Иғтибар: “Трактор” операцияһы30.07.2014
21 июлдән төбәктә “Трактор” операцияһы башланды. Уны республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы үткәрә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленәсәк.
Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын ҡулланғанда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн бындай операция йыл һайын уҙғарыла. Халыҡтың именлеген, сәләмәтлеген, мөлкәттең һаҡланғанлығын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү – сараның төп маҡсаты.