Тәүге социаль килешеү төҙөлдө30.07.2014
Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Нефтекама ҡалаһындағы филиалында адреслы социаль ярҙам күрһәтеүгә бәйле тәүге контракт төҙөлдө.
Күп балалы әсәгә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә 100 мең һум аҡса тапшырылды. Ул һөнәри әҙерлек курсын тамамлап, маникюр салонын асырға ниәтләй. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе социаль яраҡлаштырыу программаһы буйынса ҡатынға бинаны ҡуртымға алыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте граждандарҙың айырым категорияларына адреслы ярҙамды социаль контракт нигеҙендә күрһәтеү тәртибен раҫлағайны. Уға ярашлы, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, уллыҡҡа бала алған, инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләр, шулай уҡ яңғыҙ граждандар үҙ эшен асыу өсөн ошондай аҡсаға иҫәп тота ала. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.