“Сода” компанияһында үҙгәрештәр30.07.2014
Башҡортостан сода компанияһы өр-яңы линияны — шыйыҡсаны фильтрлау бүлеген сафҡа индерҙе. Проекттың хаҡы — 600 миллион һум.

Сода етештереү ҡалдыҡтарынан торған шыйыҡсаны кәрәкле продуктҡа әүе­релдереү өсөн эшкәртеү техно­логияһын стәрлетамаҡтар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡуллана башланы. Был компания – экология мәсьәләләрен хәл итеүҙе иҡтисади һөҙөмтәлелек менән берләштереп, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү проблемаһын яйға һалған берҙән-бер предприятие.
Сафҡа индерелгән яңы бүлектә сода етештереү ҡалдыҡтары ҡаты һәм шыйыҡ өлөштәргә бүленә. Ҡаты ҡалдыҡтарҙан төҙөлөштә һәм ауыл хужалығында киң ҡулланылған кек етештерелә.
Башҡортостан сода компанияһы быйыл 1 миллиард 115 миллион һумлыҡ бер нисә инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Улар иҫәбенә фильтрлау бүлегендәге төҙөлөштө аҙағына еткереү, ҡорамалдарҙы алмаштырыу инә. Былтыр предприятие ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 1,6 миллиард һум самаһы аҡса бүлгән. Быйыл производствоны яңыртыуға 2,7 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Компания каустик һәм кальцийлы сода, пластмасса, синтетик ыҫмалалар етештерә.




Вернуться назад