Быйылдан башлап "Ауыл табибы" проекты тормошҡа ашырыласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был сара республикабыҙҙағы медицина учреждениеларын тамамлаусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. "Башинформ" агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев әйтеүенсә, 400-гә яҡын йәш белгес проектта ҡатнашырға теләк белдергән дә инде.
Башҡортостан "Ауыл табибы" проекты буйынса 550 миллион һум аҡса аласаҡ. Һөҙөмтәлә ике йыл эсендә барлығы 553 табип ауыл дауаханаларына һәм поликлиникаларына эшкә китә ала. Теләк белдергән йәш белгескә матди ярҙам сифатында федераль ҡаҙнанан 1 миллион һум аҡса биреләсәк. Шуға өҫтәп, республика бюджетынан да 100 мең һум бүленәсәк. Министр фекеренсә, был медицина университетын тамамлаусылар өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.
— Әле ауылдарҙағы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары квалификациялы кадрҙар менән етерлек тәьмин ителмәгән, юғары белемле 1 мең 280 белгес етешмәй. Проблеманы хәл итеүҙә "Ауыл табибы" бик уңышлы проект булмаҡсы, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.
Быйыл дәүләт ярҙамынан 270 самаһы кеше файҙаланасаҡ, киләһе йылда программаны тормошҡа ашырыуҙа тағы шул сама белгес ҡатнашасаҡ.
Ауылға китергә ҡарар иткән табип 1 миллион һумды алыу өсөн үҙе эшләйәсәк учреждение һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү төҙөргә тейеш. Бүленгән аҡса уның банктағы иҫәбенә күсерелә. Уны торлаҡ, ер майҙаны һатып алыу, кредит ҡаплау һәм башҡа социаль маҡсат өсөн файҙаланырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта табиптың ауыл дауаханаһында биш йыл эшләүе мотлаҡ. Ә 100 мең һум алған өсөн дипломлы белгескә барған урынында өс йыл хеҙмәт итеү кәрәк. Әгәр ул килешеүҙе өҙһә һәм эш урынын алмаштырһа, ҡалған осорға тура килгән аҡса өлөшөн кире ҡайтарырға бурыслы. Бәхәсле осраҡтарҙа мәсьәлә суд аша хәл ителәсәк. Өфөлә уҡып диплом алған йәш табип башҡа төбәккә лә китә ала, әммә ул сағында 1 миллион һумды алыу өсөн үҙе барған урында килешеү төҙөй, аҡса шунда бирелә.
Ғөмүмән, "Ауыл табибы" проектына ҙур өмөт бағлана. Уның ярҙамында дүрт-биш йыл эсендә алыҫ төбәктәрҙе лә белгестәр менән тәьмин итеп булыр тип күҙаллана. Әле айырыуса кардиолог, невролог, неонатолог һәм башҡа кадрҙарға ҡытлыҡ кисерелә. Республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәүен иҫәпкә алғанда, "Ауыл табибы" проектының бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле сара буласағына шик юҡ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА