ҠАРАР29.07.2014
2014 йыл, 25 июль № 86/4 – 5

Өфө

Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында


“Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының талаптарына тап килеүен һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшереп, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улын күрһәтеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тәҡдим ителгән документтар Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1, 48, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына тап килә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы тарафынан теркәү өсөн муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 479 депутаттың, шул иҫәптән 55 муниципаль райондан һәм ҡала округынан 59 депутаттың киндидатура күрһәтеүҙе хуплау хаҡында раҫлаған ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Тикшереү барышында 15 ҡултамға, шул иҫәптән муниципаль райондан 1 депутаттың ҡултамғаһы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды.
Ғәмәлгә яраҡлы ҡултамғалар һаны – 464, был иҫәпкә муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан 58 депутаттың да ҡултамғаһы инә.
Ошоға нигеҙләнеп, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө, 38-се статьяларына һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 20-се, 51-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 1958 йылда тыуған, “Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе комитеты секретары булып эшләгән, Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы Мораҡ ауылында йәшәгән, 2014 йылдың 25 июлендә 10 сәғәт 15 минутта “Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтелгән Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улын теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына теркәлгән кандидат Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улына бил­дәләнгән өлгөләге танытма бирергә.
3. Әлеге ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
4. Әлеге ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Баш­ҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырырға.
5. Әлеге ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеүҙе Баш­ҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.


Вернуться назад