2014 йыл, 25 июль № 86/3 – 5
Өфө
Хәмитов Рөстәм Зәки улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Хәмитов Рөстәм Зәки улын Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының талаптарына тап килеүен һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшереп, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Хәмитов Рөстәм Зәки улын күрһәтеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тәҡдим ителгән документтар Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1, 48, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына тап килә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Хәмитов Рөстәм Зәки улы тарафынан теркәү өсөн муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 479 депутаттың, шул иҫәптән 52 муниципаль райондан һәм ҡала округынан 59 депутаттың киндидатура күрһәтеүҙе хуплау хаҡында раҫлаған ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Тикшереү барышында 2 ҡултамға ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды.
Ғәмәлгә яраҡлы ҡултамғалар һаны – 477, был иҫәпкә муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан 59 депутаттың да ҡултамғаһы инә.
Ошоға нигеҙләнеп, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө, 38-се статьяларына һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 20-се, 51-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 1954 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарған, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында йәшәгән, 2014 йылдың 25 июлендә 10 сәғәт 11 минутта “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтелгән Хәмитов Рөстәм Зәки улын теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына теркәлгән кандидат Хәмитов Рөстәм Зәки улына билдәләнгән өлгөләге танытма бирергә.
3. Әлеге ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
4. Әлеге ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырырға.
5. Әлеге ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеүҙе Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.