Ҡан-ҡәрҙәштәргә рухи ярҙам25.01.2012
Башҡортостан Хөкүмәте, Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе ярҙамынан ташламай: урындағы етәкселек менән төрлө кимәлдә килешеүҙәр төҙөй, дәреслектәр бүленә, беҙҙең концерт бригадалары гастролдәргә сыға.
Мәғлүм, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ үҙ асылына ҡайтырға тырыша, сөнки тамырҙарын һуғарыусы инештәренә һыуһаған. Был йәһәттән беҙҙән — ябай башҡортостандарҙан, зыялыларыбыҙҙан, яҙыусы, ғалимдарыбыҙҙан – ярҙам кәрәк. Бигерәк тә яңы күҙлектән яҙылған тарихи, әҙәби китаптар, шулай уҡ башҡортса аудио- һәм видеокассеталар, дисктар етешмәй.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам акцияһы ойошторорға ҡарар итте. Башланғысҡа хәленән килгән һәр кем ҡушылыр, изге эштән ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Тулы мәғлүмәтте 272-42-07, 272-05-43 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам редакциябыҙҙың 519-сы бүлмәһендә ҡабул ителә.


Вернуться назад