Йәшел энергетика ла була29.07.2014
21-24 октябрҙә Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” комплексы майҙансығында йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе — ХIV Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла.

Сараның төп темаһы — “Йәшел энергетика”. Ошоға ярашлы республикабыҙҙың баш ҡалаһында “Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель” һәм “ШОС энергетикаһы” күргәҙмәләре асыла.
Әйткәндәй, элегерәк, Рәсәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек иткәндә, был форум саралар планына индерелгәйне. Өфөлә уҙғарылған йыйындарҙың һөҙөмтәлелеген тармаҡ эксперттары ла юғары баһаланы.
Йыл һайын күргәҙмәләр эшендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 200-ҙән ашыу предприятие ҡатнаша. Бындай саралар донъялағы ҙур компаниялар менән килешеүҙәр төҙөү, бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан уҙғарылған форумға 5 меңдән ашыу белгестең килеүе көтөлә.
Программаға ярашлы, Өфөлә шулай уҡ “Йәшел энергетика — модамы әллә зарурлыҡмы?” ултырышы, энергетика мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференциялар, фекер алышыуҙар ойошторола.




Вернуться назад