Табиптарҙы нимә борсой?29.07.2014
Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева республикалағы медицина йәмәғәтселеге менән бәйләнешен дауам итә. Был осрашыуҙар нимә күрһәтте?

Белорет һәм Учалы район­дарындағы дауалау-профилактика учреждениеларының эше менән танышҡандан һуң, депутат халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороу өлкәһендәге байтаҡ ҡаҙанышты билдәләне. Заманса диагностика һәм ойоштороу технологияларын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә махсус ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге артҡан. Ә был баш ҡаланан алыҫта ятҡан биләмәләр өсөн айырыуса мөһим. Район-ара перинаталь үҙәк бурыстарын башҡарған Белорет бала табыу йорто – бөгөн медицина ярҙамының сифаты буйынса республикала алдынғылар иҫәбендә. Ул эшләй башлағандан алып был төбәктә сабыйҙар араһында үлем кимәле ярайһы уҡ кәмегән. Өс йыл элек Белоретта заманса балалар поликлиникаһы асылды. Хәҙер квалификациялы белгестәр байтаҡ йүнәлеш буйынса амбулатор ярҙам күрһәтә.
Сәлиә Мырҙабаеваның башланғысы менән асылған “Урал” республика балалар шифаханаһында йыл һайын ике меңдән ашыу бала һаулығын нығыта. Учалы ҡала дауаханаһында 56 урынлыҡ көндөҙгө стационар, яңы район-ара гемодиализ үҙәге, магнит-резонанс томографияһы кабинеты эшләй.
Ыңғай күренештәр байтаҡ, шул уҡ ваҡытта хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Атап әйткәндә, Белорет дауаханаһының травматология бүлеге бинаһы төҙөкләндереүгә мохтаж, Учалы районы халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн хирургия корпусы кәрәк. Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе бөтә райондарҙа ла киҫкен булып ҡала. Мәҫәлән, медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителеү күләме Белоретта — 52, Учалыла 55 процент ҡына тәшкил итә. Бындай шарттарҙа сифатлы ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ алып барыу ҡыйын, әлбиттә.
Кадрҙар тәьминәтен яйға һалыу, медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеү Сәлиә Мырҙабаева ойошторған осрашыуҙарҙа күтәрелгән төп тема булды. Был саралар райондарҙың хакимиәт башлыҡтары Владислав Миронов һәм Фәрит Дәүләтгәрәев, уларҙың урынбаҫарҙары, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары, Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, страховка ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үтте.
Табиптарҙы хеҙмәткә түләү тәртибендәге, төп оклад күләмендәге үҙгәрештәр, һөҙөмтәле контракт төҙөү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Депутат федераль кимәлдә ошо өлкәгә ҡағылышлы күрелгән саралар, мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге тураһында һөйләне.
– Иң төп проблема медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүҙер, моғайын. Торлаҡ — эш хаҡы кеүек үк, кадрҙарҙы ауыл еренә йәлеп итеүҙең иң йоғонтоло алымдарының береһе. Шуға күрә урындағы хакимиәттең, төбәктәрҙәге дәүләт власы органдарының төп бурысы – ошо алымды һөҙөмтәле файҙаланыу, табиптарға ташламалар биреп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, – тине Сәлиә Мырҙабаева.




Вернуться назад