Ураҙа ғәйете – һәр мосолман өсөн иң оло байрамдарҙың береһе. Йыл һайын республикабыҙ мәсеттәренә халыҡ йыйылып, бер-береһен изге көн менән тәбрикләй, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерә.
Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан мосолмандарҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. “Был байрам әхлаҡи камиллыҡты, кешенең мәрхәмәтлеккә һәм диндарлыҡҡа ынтылышын кәүҙәләндерә. Ураҙа кешеләрҙе изгелек эшләргә, бүләк бирергә һәм ҡунаҡ ҡабул итергә, бер-беребеҙҙең хаталарын кисерергә, мохтаждарға ярҙам итергә өндәй. Был ҡиммәттәр кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡты, йәмғиәттәге татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн мосолман руханиҙары конфессия-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, йәштәрҙә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләргә ярҙам итә. Республикала мәсеттәр төҙөү әүҙем бара, Ислам белеме системаһы камиллаштырыла, дин тотҡан йәштәр менән эшләү ойошторолған, хаж ғәмәле ҡылыуҙа ярҙам күрһәтелә”, – тине ул һәм барыһына ла байрам кәйефе, һаулыҡ һәм бәрәкәт, изге эштәрендә уңыштар теләне.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Өфөнөң “Ләлә – Тюльпан” мәсетендә вәғәз һөйләне, Рамаҙан айы тамамланыу айҡанлы доға уҡыны.
“Ураҙа айында ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә аслыҡтан интеккән, ҡайғы кисергән кешеләргә беҙ битараф ҡала алмайбыҙ. Украинала, изге Фәләстин ерендә барған фажиғәләр Бер Аллаһҡа табыныусы миллиондарса халыҡтың йөрәген телә”, – тине ул.
Байрам һулышы Өфөнөң бар тарафын ялманы. Аксаков баҡсаһында ойошторолған “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмә-йәрминкәһендә башҡорт артистары халыҡты йыр-моң менән һыйланы, милли аш-һыуыбыҙҙың хуш еҫе танауҙы ҡытыҡланы, зауыҡлы милли кейемдәр күҙ яуын алды.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты иһә “Родина” кинотеатрында “Рамаҙан менән хушлашыу” тигән сара ойошторҙо, ҡунаҡтарҙы ифтар ашы менән һыйланы.
Был көндө республиканың һәр ҡалаһы һәм районында дин тотоусылар мохтаждарға хәйер өләште, саф теләктәр менән доға ҡылды, мәсеттәрҙә хәләл ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Йөрәктәргә тулған Хоҙай нуры кешеләрҙең йөҙөндә лә сағыла ине.
.