Биш мең ҡасаҡ киләсәк29.07.2014
Башҡортостан Украина ҡасаҡтарын – яҡынса 5000 кешене – урынлаштырыуға квота алды. Был хаҡта Украинанан китергә мәжбүр булған граждандарҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм социаль яраҡлаштырыу эштәрен ойоштороу мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән селектор кәңәшмәһендә әйтелде. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәргән “тура бәйләнеш”кә төбәктең барлыҡ ҡала һәм район башлыҡтары сыҡты.


Бөгөн Рәсәйҙә Украинанан килгән 150 меңгә яҡын ҡасаҡ иҫәпләнә. Уларҙың күпселеге Ростов, Белгород, Воронеж өлкәләрендә урынлашҡан. Был төбәктәр күсеп килергә мәжбүр булғандарҙы ҡабул итеүҙә ҡыйынлыҡ кисергәнгә күрә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте кимәлендә уларҙы илдең төпкөлөнә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала ҡасаҡтар, раҫланған квотаға ярашлы, Башҡортостанға ла киләсәк.
– “Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарына ҡасаҡтар һанының артыуына әҙер булырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып. – Уларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү һәм тейешле йәшәү шарттарын булдырыу өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Был эшкә етди ҡарауығыҙҙы талап итәм. Үҙ теләге буйынса түгел, ә йәшәгән урындарында хәрби бәрелештәр барғанға күрә, беҙҙә һыйыныу эҙләгән кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ”.
Бынан тыш, республика башлығы күсергә мәжбүр бул­ғандарҙың социаль яраҡлашыуы буйынса ла бурыстар ҡуйҙы. “Торлаҡтан тыш, эшләү өсөн дә мөмкинлектәр булдырырға тейешбеҙ. Ҡасаҡтар араһында хеҙмәткә яраҡлы кешеләр бар, үҙҙәрен матди яҡтан тәьмин итә алһын өсөн уларға эш урындары бирергә кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Республика етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ошоноң кеүек мәхшәрҙән ҡасып, республика биләмәһендә тиҫтәләрсә түгел, йөҙҙәрсә мең кешенең ышыҡ табыуын хәтергә төшөрҙө.
Украина ҡасаҡтарын ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм социаль яраҡлаштырыу буйынса эштәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәксе­легендәге дөйөм республика штабы контролдә тотасаҡ. Урындарҙа ҡала һәм район штабтары булдырыла.



Вернуться назад