Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте26.07.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” Бәтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалы директоры Ниғмәтуллин Ирек Ғәзиз улы – Салауат Юлаев ордены, “БашРЭС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәре – Октябрьский электр селтәрҙәре бүлексәһенең электр монтеры Ғәбдлисламов Илдар Афуат улы, механизация һәм транспорт бүлеге начальнигы Губич Михаил Кузьмич, Благовар район электр селтәрҙәре диспетчеры Рамазанов Ринат Рәхмәтулла улы, Күмертау электр селтәрҙәре бүлексәһенең Ермолаев ярҙамсы станциялар төркөмө начальнигы Кононченко Сергей Анатольевич, ошо уҡ предприятиеның электр монтеры Потапова Любовь Николаевна, Нефтекама электр селтәрҙәре бүлексәһенең Тәтешле район электр селтәрҙәре начальнигы Фәхрисламов Ғүмәр Әсхәт улы, бүлексәнең электр монтеры Юлдашев Эльмир Әниф улы, Өфө ҡалаһындағы Электр транспорты идаралығының генераль директоры урынбаҫары Григорьева Татьяна Владимировна, Өфө ҡала планетарийы директоры Денисов Анатолий Павлович, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Исмәғилева Зөһрә Салауат ҡыҙы, Сибай ҡала типографияһы төпләүсеһе Ҡашҡарова Нәғимә Ирәмән ҡыҙы, “Салауатнефтемаш” йәмғиәтенең йыйыу участкаһы ҡаҙансыһы Квиндт Алексей Александрович, “Крекс” туристик фирмаһының генераль директоры Колесников Сергей Витальевич, Өфө районының Зубов ауыл Советы башлығы Моталов Рим Мөхәмәт улы, Башҡортостан Президенты Хакимиәтендәге Территориялар менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының бүлек советнигы Нурыева Зөлфиә Баян ҡыҙы, Көйөргәҙе районындағы “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссеры Пиялкина Любовь Григорьевна, Ғафури районындағы “Сатурн” крәҫтиән хужалығы башлығы Рәхмәтуллина Руфина Мәсәбих ҡыҙы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Таңғатарова Фирҙәүес Фәсхетдин ҡыҙы, “Буринтех” фәнни-етештереү предприятиеһының станоктарҙы һәм манипуля­тор­ҙарҙы көйләүсеһе Чукалов Евгений Владимирович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, рәссам Ишемғолов Дамир Нуретдин улына, Республика халыҡ ижады үҙәгендәге “Ағиҙел” кинофотоклубы бүлеге мөдире Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улына – “Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы”, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Пегов Владислав Викторовичҡа, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы башҡорт төркөмөнөң баш режиссеры Хәкимов Рөстәм Милләт улына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, Өфө ҡалаһындағы Күмәк китапханаларҙың үҙәк­ләш­терелгән системаһы директоры Евдокимова Ольга Николаевнаға, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтендәге “Нефтехимик” үҙәгенең “Йылмайыу” өлгөлө ансамбле етәксеһе Костригина Марина Владимировнаға, Ишембай районындағы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Мирошниченко Татьяна Владимировнаға, Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Муллағәлиев Радмир Мырҙа улына, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рәссам-декораторы, декорация цехы мөдире Мухаремова Наталья Владимировнаға, Нефтекама ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ситников Анатолий Михайловичҡа, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәһе, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, театр-декорация сәнғәте рәссамы Ғәбиҙуллина Нурия Ғәзизйән ҡыҙына, Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәһе ағзаһы, график Самосюк Ольга Александровнаға – “Башҡортостан Респуб­лика­һының атҡаҙанған рәссамы”, Башҡортостан сода компанияһының смена мастеры Кузьмин Александр Петровичҡа – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы”, Өфө фанера-плитә комбинаты токары Дмитриев Сергей Викторовичҡа – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре”, Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромының генераль директоры урынбаҫары Артомонов Владимир Ивановичҡа, Башҡортостан республика ветеринария станцияһы начальнигы Хәйерзаманов Владик Рауил улына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, “Мәскәү-Эфес” һыраханаһының Өфө ҡалаһындағы филиалының операциялар эшмәкәрлеге буйынса директоры Ғиниәтуллин Эдуард Айрат улына – “Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре”, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор Пурик Эльза Эдуардовнаға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының бүлек начальнигы Алтынбаева Гөлнара Тәлғәт ҡыҙына, Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әхиәров Фидаил Мансур улына, Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының бүлек мөдире Ғиматдинов Булат Игоревичҡа, Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының бүлек мөдире Туҡтамышева Людмила Владимировнаға, һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге бүлек мөдире Хәбибрахманова Наталья Сергеевнаға – “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған табибы”, Өфө районы прокуроры Ғарифуллин Рәмил Рим улына, Өфө ҡалаһының Ленин районы прокуроры Зөбәйеров Рөстәм Ринат улына, Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары Логинов Виктор Михайловичҡа, “Енер-холдинг” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Шәйәхмәтов Рим Ғәлисолтан улына – “Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған юрисы”, “БашРЭС” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре – Күмертау электр селтәрҙәренең бүлексә машинисы Александров Александр Ивановичҡа, “Нефтекама электр селтәрҙәре” бүлексәһенең ярҙамсы станциялар төркөмө начальнигы Кокорин Николай Дмитриевичҡа “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад