Ваҡыттың ҡәҙерен белеп26.07.2014
Райондың бөтә хужалыҡтарында ла мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара. Бының өсөн техника ла, эшсәндәр ҙә етерлек. Баш зоотехник Альберт Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, «Урожай», «Илеш», М. Гәрәев исемендәге хужалыҡтар, «Илеш» МТС-ы бесәнде планға ҡарата артығы менән әҙерләгән. «Урожай», Куйбышев исемендәге, «Маяҡ», «Илеш-Агро» хужалыҡтары, “Сигнал” етештереү участкаһы, 86-сы һөнәрселек лицейы сенаж һалыу планын үтәгән.


«Урожай» ширҡәте эшсәндәре лә, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ булдырыу өсөн көс түгә. Азамат Мөхәмәтдинов, Илшат Исламов, Эдуард Ким, Венер Сөләймәнов, Фидан Мостафин, Юрий Калитов, Венер Ғәниев, Аркадий Миңтимеров, Борис Шәңгәрәев, Флүс Ғәзизов тырышып эшләй. Йәшел массаны тығыҙлап тапауҙа тәжрибәле механизаторҙар Марсель Кадраев, Фларит Хәкимов, Азат Зарипов, Инсаф Исламов бурысын намыҫ менән башҡара.
Быйыл ширҡәт эшсәндәре, игенселек, үҫемлекселек, малсылыҡ тармағында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә алдынғы технология индергәне өсөн районда иң өлгөлөһө булып танылды. Шуға ла үҙҙәрен һабантуйҙа еңел автомашина менән бүләк­ләнеләр.






Вернуться назад