Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты исеменән барығыҙҙы ла изге Рамаҙан айы һәм фарыз ураҙа ғибәҙәте тамамланыуы айҡанлы ихлас күңелдән тәбрикләйем.
Бынан 11 быуат элек беҙҙең ата-бабалар үҙ ихтыяры менән ислам динен ҡабул иткән. Ошо ваҡыт эсендә ул йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә үтеп инеп, әхлаҡ һәм тәрбиәгә лә, ғилем һәм мәғрифәткә лә, милләт-ара татыулыҡҡа ла, таҙалыҡҡа ла, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла, әҙәбиәткә, сәнғәткә лә ҙур өлөшөн индерҙе. Бөгөн, әлхәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ йылдан-йыл нығыраҡ уянып, үҙенең рухи нигеҙенә ҡайта.
Рамаҙан айы – ул тәрбиә мәҙрәсәһе. Бер ай дауамында бөтә донъя мосолмандары ураҙа тотоп, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, телде ҡәҙерләргә өйрәнде. Әле алған күркәм тәрбиәне йыл әйләнәһенә дауам итһәк ине.
Шәүүәл айының беренсе көнөндә мосолмандар ҡыуанып-шатланып Ураҙа ғәйетен үткәрә. Һәр ваҡыттағыса, күгебеҙ тыныс, илебеҙ бәрәкәтле булһын, еребеҙҙә иген уңып торһон, республикабыҙ алға барһын!
Ураҙа байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН.