Һағындыра шул саҡтар26.07.2014
Беҙҙе Совет Армияһына 1951 йылда алдылар. Тәүҙә Эстонияның Тарту ҡа­ла­һында урынлашҡан авиация бел­гестәре мәктәбендә уҡыныҡ. Ко­ман­дир­ҙарыбыҙ­­ҙың күпселеге һуғыш яуы үткән офицерҙар, старшиналар, сержанттар ине. 1953 йылда, биогра­фиябыҙҙы тәфсирләп тикшергәндән һуң, Ҡырымға ебәрҙеләр.

Төп шөғөлөбөҙ – аэродромда само­леттарҙы осорға әҙерләү, ҡаршы алыу. Арабыҙҙа осоусылар ҙа бар. Техника ҡатмарлы, уны үҙләштереү өсөн бер нисә йыл кәрәк, шуғалыр беҙҙең заманда авиацияла хеҙмәт итеү ваҡыты – дүрт, диңгеҙҙә, һыу аҫты кәмәлә­рендә йөҙөү­селәр өсөн биш йыл ине. Үҙебеҙҙең армия, флот менән ғорур­ландыҡ, илгә тоғро хеҙмәт иттек. Милләт-ара дуҫлыҡ көслө ине. Украинанан Иван Дядюшко менән дуҫ булдыҡ. Ул армияға тиклем заводта токарь булып эшләгән, һөнәрселек училищеһын бөткән. Шуға ла техник йәһәттән белемле ине, миңә ҡатмарлы техниканы үҙләштерергә ныҡ ярҙам итте. Әле бергә төшкән фотоға ҡарап, шул бәхетле минуттарҙы һағынам.
Байрамдар, тантаналар нисек шәп үтә торғайны! Бер мәл скрипкала “Ҡара урман” көйөн һыҙҙырҙым. Концерт бөткәс, мине төрлө частан йыйылған матростар, старшиналар уратып алып ҡотланы. Скрипканы дуҫтарым тыуған көнөмә бүләк иткәйне. Уны бер ваҡытта ла ҡулымдан төшөрмәнем, әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым.
Йылдар үтте. Хеҙмәт иткән флот, иҫтә­лектәр әле һаман хәтерҙә. Мине шәхес итеп тәрбиәләгән өсөн уға әле булһа рәхмәт уҡыйым. Хеҙмәттәш дуҫ­тарым юлымда осраған ҡаршылыҡ­тарҙы һәр ваҡыт еңеп сығырға ярҙам итте. Әле беҙ, флот ветерандары, йәшлек йылдарыбыҙ уҙған Ҡырымдың Рәсәйгә кире ҡушы­лыуына шатланып бөтә алмайбыҙ.

Әнәс ҠАРАБУЛАТОВ,
запастағы өлкән лейтенант, Башҡортостандың
Диңгеҙ йыйылышы ағзаһы.



Вернуться назад