Әсирҙәр бәйете25.07.2014
Әсирҙәр бәйете

Юҡ-бар нәмәләр ташып,
Сейләнде елкәләрем.
Арҡаларым бөкөрәйеп,
Ҡороно теңкәләрем.

Хәл дә бөттө, көсөм дә юҡ,
Ашарға аҙ бирәләр.
Эттән дә артыҡ күрмәйҙәр,
Тере килеш күмәләр.

Таңдан эшләргә ҡыуалар,
“Эшлә!” — тип орошалар.
Эрезинкә таяҡ менән
Туҡмап эшкә ҡушалар.

Төшкәнмен шул әсиргә
Бирешеп ҡаты сиргә.
Хәҙер ҡоллоҡ хурлығы
Яҙҙы бит кисерергә.

Ҡайҙа бысраҡ, ҡайҙа һыу –
Шунда ергә һалалар.
Һалам табып түшәһәң,
Шундуҡ тартып алалар.

Урам буйлап үткәндә,
Малайҙар таш ташлайҙар.
“Рус, сусҡа, собака!” – тип,
Һөжүм итә башлайҙар.

Төкөрәләр йөҙөңә,
Йәштәр килә күҙеңә.
Һаҡсылар ҡул һелтәй
Илап әйткән һүҙеңә.

Ғәрләнәһең, түҙәһең,
Йәндән өмөт өҙәһең,
Илап, һыҡтап, арып,
Дошман илен гиҙәһең.

1916 йыл.
[/right]

[left]Ғәриптәр бәйете
[/left]
Һуғыштан ҡайтҡан һалдаттар —
Күбеһе ағас аяҡтар.
Һап-һау киткән егеттәр
Ҡултығында — таяҡтар.

Һаңрау булған Ғиниәт,
Һуҡырайған Һиҙиәт.
Һыңар ҡуллы Ғибәҙәт –
Бына һиңә ғибәрәт.

Сафаның биле ҡатҡан,
Ильяс бармаҡһыҙ ҡайтҡан.
Егор улы Гаврилдың
Танауы эскә батҡан.

Ризен менән ямағандар
Үлмәҫбайҙың үксәһен.
Ағас менән ҡоршағандар
Бер аяғын — бүҫкәһен.

Ғайсаның уң аяғы
Иң төбөнән өҙөлгән.
Хөсниярҙың бер күҙе
Ярсыҡ тейеп боҙолған.

Ғәриптәрҙең хәлдәрен
Ҡарап тороу ҡыҙғаныс.
Ҡыҙғанып та – сара юҡ,
Инде күптән уҙған эш.

Һалдат, һуғышып ил өсөн,
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтҡан.
Улар имгәнеп ҡайтҡан,
Байҙар мал йыйып ятҡан.

Ғариф хажи менән Ибраһим
Бишәр йөҙ һум һалдылар.
Врач, начальникты һыйлап,
Улдарын алып ҡалдылар.

[right]Шәһәрғәҙе Ғәбдиев.
1917 йыл.



Вернуться назад