Оҙаҡҡа һуҙылған ғазап26.07.2014
Оҙаҡҡа һуҙылған ғазап
Был ваҡиға — иң фажиғәле, ҡан ҡойғос бәрелештәрҙең береһе. Биш йылға (1914 – 1918) яҡын дауам иткән хәрби низағ Европа ғына түгел, Рәсәй, донъя халыҡта­рына ҙур бәлә-ҡаза килтерҙе. Мәғәнәһеҙ был һуғыш донъя халыҡтары­ның 80 процентын ялмап ала. Һөҙөмтәлә унда 10 миллион кеше һәләк була, 20 миллионы зәғифләнә. Әллә күпме ауылдар яндырыла, ҡалалар емерелә, бихисап балалар етем ҡала.

ХХ быуат башында уҡ донъя­ның эре капиталистары сауҙа арена­һына сығыу, яңы колониялар баҫып алыу, диңгеҙҙә һәм ҡоро ерҙә хакимлыҡ итеү өсөн үҙ-ара көрәш башлай. Был ыҙғыш-талаш Европа илдәре араһында бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике хәрби союздың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Бер яҡтан — Германия, Австро-Венгрия, Төркиә һәм Италия, икенсе яҡтан – Рәсәй, Франция һәм Англия. Улар Антанта тип аталды.
1914 – 1918 йылғы Беренсе бөтә донъя һуғы­шын­да беҙҙең яҡташтар ҙа күпләп ҡатнаша. Һуңынан улар барыһы ла З. Вәлиди етәкләгән Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла. Шуларҙың иң күренеклеләре:
Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (1887 – 1921). Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Байыш ауылынан. 1914 – 1918 йылдарҙағы һуғышта батша армия­һының офицеры булып хеҙмәт итә, батыр­лыҡтары өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә. Һуңынан 1918 – 1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәрендә каптенармус була, 1920 йылда Бөрйән-Түңгәүер кантонында баш­лан­ған ҡораллы ихтилал етәксеһе. Килешеү буйынса ихтилал туҡтатыла, әммә совет власы вәкилдәре уны һигеҙ хеҙмәттәше менән 1921 йылдың 17 ғинуарында Тәкә-Һуҡҡан (Баймаҡ районы) ауылы эргәһендә атып китә.
Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896 – 1937). Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ҡолсора ауылында тыуа. Беренсе бөтә донъя һуғышында 1915 йылдан кавалерияла вахмистр булып хеҙмәт итә. Карпат-Румын операцияларында ҡатнашып, юғары наградаларға лайыҡ була. 1918 йылдан, З. Вә­лидиҙең көрәштәше һәм кәңәшсеһе булараҡ, айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы менән етәкселек итә. Башҡорт ғәскәрҙәре совет власы яғына күскәс, Ш. Ға­фаров Совет – Польша фронтында ҙур батырлыҡ­тар күрһәтә. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм исемле ҡорал менән бүләкләнә. Ул — граждандар һуғышы геройы. Ғәйепһеҙгә 1937 йылдың 17 октяб­рендә ҡулға алына һәм 8 декабрҙә атыла. 1956 йылда аҡлана.
Хәйбуллин Әбүталип Сәфәрғәле улы (1898 — 1942). 1898 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйә­ҙе­нең Туҡтағол ауылында тыуа. Яҙыусы, дәүләт эш­мәкәре. “Сурағол” повесының авторы. 1942 йылда ғәйепһеҙгә репрессияланып атыла. 1962 йылда аҡлана.
Ғәбдиев Шәһәрғәҙе Шаһыбал улы. 1898 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Һөнәре — уҡытыусы. 1929 йылдың 21 ноябрендә ҡулға алынған. 1930 йылда ун йылға хөкөм ителгән.
1916 йылда, ун һигеҙ йәше тулыу менән, Ш. Ғәб­диев батша армияһына алына һәм урыҫ-герман фронтына оҙатыла. Ул шағир-сәсән була. Хуш­лаш­ҡанда һөйгән ҡыҙына вәғәҙәһенә тоғро ҡалырға ант итә.
Шәһәрғәҙе:
Беҙ китәбеҙ ил һаҡларға,
Күҙ күрмәгән алыҫ яҡтарға.
Һөйөүҙәрең, бәғрем, ихлас булһа,
Күңел бирмә, зинһар, яттарға.
Ғәйниямал:
Бына һиңә янсыҡ, көмөш балдаҡ,
Вәғәҙәмә – шаһит, аманат.
Үҙ ҡулымда булһа иркем,
Ант итәмен: итмәм хыянат.
Һуғышта Ш. Ғәбдиев яҡташы, Туҡтағол ауылы егете Әбүталип Хәйбуллин менән бергә була. Ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә таяныс булып, импери­а­лис­тик һуғыштың бөтә ауырлығын үткәрәләр. Мосолман һалдаттары араһында һуғышҡа ҡаршы агитация алып баралар. Буш ваҡытында шул ваҡиғаларға арнап, Ш. Ғәбдиев ике дәфтәрҙән торған бик күп шиғырҙар, бәйеттәр ижад итә. 1916 йылдың көҙөндә яҙылған “Кем өсөн” шиғырынан юлдар:
...Инде килдек беҙ бында,
Ҡайҙа ҡыуалар – шунда.
Дошманыбыҙ кем унда,
Ни үсебеҙ бар унда?
Был һуғышты батша, байҙар
Кәсеп өсөн ҡуҙғата.
Улар файҙаһы өсөн
Һалдат ҡырылып ята...

Беҙ түгәбеҙ ҡандарҙы
Улар йыя малдарҙы...

Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында армияға мобилизациялау башлыса крәҫтиәндәр иҫәбенә алып барыла.
Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш (1914–1918) Башҡорт­остандың социаль-ижтимағи һәм иҡтисади өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр индерә. Мәғәнәһеҙ был ҡан ҡойошҡа 500 меңдән ашыу крәҫтиән балаһы алына. Ауылдар етемһерәп ҡала. Ҡорал тоторлоҡ ир-егеттең барыһы ла яуға оҙатыла. Уларҙың күбеһе башҡорттар була. Ауылда эшсе көсө етешмәү сәбәпле (аттар тулы­һынса реквизициялана), ауыл хужалығы бөлгөнлөккә төшә. Аслыҡ, хәйерселек, яланғаслыҡ — был дәүер өсөн хас күренештәр. Һуғыштан алдағы осорға ҡарағанда, иген етештереү 30 процентҡа кәмей, аҙыҡ-түлеккә хаҡ ике-өс тапҡырға арта, уға карточка системаһы индерелә. Һәр бер эштә ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр хеҙмәте киң ҡулланыла, эш сәғәттәре оҙайтыла, аҡсаһы ваҡытында түләнмәй. Былар барыһы ла халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм ике революцияға сәбәп була. 1917 йылдың Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә батша үҙ тәхетенән ваз кисһә, Октябрь революцияһы эшсе-крәҫтиән власы урынлашыу – социализм төҙөү менән тамамланды.
Был һуғыш яңынан-яңы һуғыш ҡоралдары уйлап табыуҙы һәм уны ҡулланыуҙы талап иткән. Тарихҡа билдәле булғандары: танктар, аэропландар, һыу аҫты кәмәләре, һауа шарҙары, автоматик револьвер (браунинг, маузер, кольт), мина, торпеда, снаряд, пулемет, пушка һ.б.
1915 йылда Ипр эргәһендәге һуғышта немецтар беренсе тапҡыр ағыулы газ ҡуллана, ә унан һаҡланыу сараһы итеп противогаз уйлап табыла. Шул уҡ йылда Германияның һыу аҫты кәмәһе Атлантик океанында Англияның “Лузитания” лайнерын бортында 1153 пассажир менән бергә батыра. Легендар урыҫ пилоты Петр Нестеров 1914 йылдың август айында беренсе тапҡыр үҙ истребителе менән дошман самолетына һауала таран яһап һәләк була. Был тарихҡа “Нестеров төйөнө” (“Нестеровская петля”) тип инеп ҡала. 1914 – 1918 йылда иң күп дошман самолетын юҡ иткән оҫта һуғышсы булып Александр Казаков таныла — 32 самолетты бәреп төшөрә. Ул бик күп хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.
Беренсе бөтә донъя һуғышында урыҫ армияһы 3 100 самолет ала, уларҙың 2 200-ө Рәсәй заводтарында төҙөлгән, ә 900-өн союздаш илдәр бирә. 1914 йылда урыҫ армияһында беренсе тапҡыр сәғәтенә 190 километр тиҙлек менән осҡан истребителдәр ҡулланыла. Был һуғышта урыҫ истребителдәре дошмандың 2000 самолетын бәреп төшөрә.
Төрлө сир эпидемияһы, газ атакаһына дусар булыуға, ҡорал, аҙыҡ-түлек етешмәүгә ҡарама­тан, урыҫ һалдаттары батырҙарса алыша. Бик күп башҡорттар ҙа һуғыш серҙәренә өйрәнә.
Сәсән-шағир Ш. Ғәбдиевтең шул йылдарҙа яҙылған ике бәйетен иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
мәғариф ветераны.



Вернуться назад