Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың 100 йыллығы дәүләт кимәлендә ҙур иғтибарға алынһа ла, был ваҡиғаның тарихын яҡшы белеүебеҙ менән маҡтана алмайбыҙ. Мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың белемен һынап ҡарау өсөн викторина ойоштороп, ябай ғына бер нисә һорау тәҡдим итергә булдыҡ. Бәлки, был сара йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырып ебәрер, тигән өмөттәбеҙ.
1. Францияла булған һәм бөгөн тарих фәнендә “Диңгеҙгә ҡасыу” тип нарыҡланған алыш нисәнсе йылға тура килә?
2. 1915 йылдың майында был һуғышҡа ҡайһы ил ҡушылған?
3. Ут атҡыс тигән ҡоралдың тәүге тапҡыр ҡулланылыуы арҡаһында тарихҡа инеп ҡалған алыш нисек атала?
4. Рәсәй нисәнсе йылдағы ниндәй ваҡиғанан һуң сит илдәр менән һуғышыуын туҡтатырға мәжбүр булған?
5. Хәҙерге мәғлүмәттәргә ярашлы, Беренсе донъя һуғышында яҡынса күпме хәрби кеше ҡорбан ителгән тип һанала?
6. Беренсе донъя һуғышында батырлыҡ күрһәткән башҡорт генералы кем?
7. Быйыл май аҙағында ҡайһы ҡалала скульптор Салауат Щербаковтың тырышлығы менән Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышы геройҙарына арналған тәүге мемориал асылды?
Яуаптарығыҙҙы 15 авгусҡа тиклем хаттар бүлегенә (телефоны: 8 (347) 272-35-11) йәки “Башҡортостан” гәзитенең электрон адресына (
[email protected]) ебәреүегеҙ һорала.
Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә!