Һуғыш ҡурҡыныс һүҙ. Бала саҡта күп михнәттәр күреп үҫкәнгәлер, был һүҙҙе ишетеү менән тәндәр сымырлап китә. Беҙҙең ғаиләне лә уның шауҡымы урап үтмәне. Ир-егеттәребеҙ яу яландарында һәләк булды, йәрәхәтләнеп ҡайтты. Улар тураһында бәйән итмәксемен.
Атайым Хөснуриял Хөснулла улы Ишмөхәмәтов Благовар районында тыуған. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашып, революция алдынан ғына ҡайта алған. Әсәйем Рәхиләгә өйләнгән. Ул ваҡытта ҡартатайым Йәшекәй ауылына нигеҙ һалып йөрөүселәрҙең береһе булған. 1917 йылда был ауылда 11 ғаилә төпләнгән.
Атайым ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотонған. Колхоз ойошторолғас, ферма мөдире, ветеринар эшен башҡара. Йәш ғаилә ишәйә. Мин – иң төпсөктәре, туғыҙынсы бала. Балаларының барыһына ла белем бирергә тырыштылар.
Ләкин тыныс тормош оҙаҡҡа бармай, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ағайым Мәхмүт уның тәүге көндәренән фронтҡа алына. 1941 йылдың декабрендә үк хәбәрһеҙ юғала. Атайымдың үҙенә һуғышҡа оҙатыласаҡ аттарҙы тәрбиәләүҙе йөкмәтәләр. Ауылдан йәмғеһе ҡырҡҡа яҡын ир-егетте фронтҡа ебәрәләр. Атайым иһә, аттарҙы ҡотҡарам тип, 1942 йылда фажиғәле һәләк була.
1943 йылда бер туған ағайым Сәлих фронтҡа китә. Ул, һуғыш мәхшәрен имен-аман үтеп, тыуған ауылына ҡайтты. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тракторсы булып эшләне. Уның улы Илшат иһә Афған һуғышында ҡатнашып, йәрәхәтләнеп ҡайтты.
Бына шулай ХХ быуат буйына барған һуғыштар шаңдауы беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне.