Алма ағасынан алыҫ төшмәй25.07.2014
Алма ағасынан алыҫ төшмәй
Хөрмәтле дуҫтар!
Илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған Мәҙәниәт йылы уңайынан, шулай уҡ гәзитебеҙ редакцияһы ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсы сиктәрендә “Моңло ғаилә” тип аталған фотобәйге иғлан итәбеҙ. Конкурста халҡыбыҙҙың күркәм традицияларын дауам иткән, йыр-моңға әүәҫ ғаиләләр ҡатнаша ала. Бының өсөн редакциябыҙға сифатлы фотоһүрәт һәм шул ғаилә хаҡында ҡыҫҡаса белешмә яҙып ебәреүегеҙ талап ителә. Бәйләнеш өсөн телефон һандарын, адресығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Еңеүселәргә йыл аҙағында иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.


Алма ағасынан алыҫ төшмәйӘлеге фотоны күреп, кемдәр хаҡында һүҙ барасағын аңлағанһығыҙҙыр. Эйе, был – Өфөлә йәшәгән Зәй­нетдиновтарҙың моңло ғаиләһе.
Ғаилә башлығы — республикабыҙҙа ғына түгел, Рә­сәйҙә, хатта бөтә донъяла билдәле ҡумыҙсы, Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Ул милли музыка ҡоралында оҫта уйнағаны, уны танытыуҙа ҙур эш башҡарғаны өсөн “Донъ­яның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән маҡтаулы исемгә, Шәйехзада Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды.
Музыканттың хәләл ефете Гөлгөнә иһә – оҫта бейеүсе. Заманында ул Дыуан районындағы “Дуҫ­лыҡ” халыҡ бейеүҙәре ан­сам­бленең солисы ла булған. Әлеге көндә Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназия­һында уҡы­та.
Зәйнетдиновтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Ләйсән, быйыл ғына мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт универ­ситетының иҡтисад фа­куль­­тетына уҡырға инде, Азамат VIII класҡа бара, ә Илүзәгә өс йәш кенә әле.
Алма ағасынан алыҫ төш­мәй, тиҙәр бит. Ләйсән — ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала, гитарала, Азамат иһә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, бейей. Хатта кескәй Илүзә лә ағаһының ҡурай моңона үҙенсә тыпырлатып бейергә маташа!
– Йыр-моңға һөйөү нә­ҫелдән киләлер, – тип ихлас йылмая Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. – Һәр балабыҙҙың музыкаға һә­ләте кескәйҙән үк төҫ­мөрләнә башланы. Мин күрмәгәндә йә ҡурайҙа һыҙҙыртырға маташалар, йә ҡумыҙҙа сирткеләп ҡарайҙар ине. Шөкөр, хәҙер ғаилә ансамбле менән төрлө сараларҙа сығыш яһайбыҙ.
Зәйнетдиновтар ғаиләһендә моң йәшәй. Ә инде ул сихри көс һәр ерҙә изгелек нурҙарын сәсә, тормошта бөтә ауырлыҡ­тарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Германияның Лейпциг ҡалаһына юллана. Унда билдәле сәхнә оҫтаһы Халыҡ-ара ҡумыҙсылар фестивале-конгресында ҡатнашасаҡ. Замандашыбыҙға уңышлы сәфәр теләйбеҙ!


Вернуться назад