Рәсәй Президенты Владимир Путин “ҡышҡы ваҡыт”ҡа ҡайтыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. 26 октябрҙә төнгө 2-лә Рәсәй халҡы сәғәт уҡтарын бер бүлемгә артҡа күсерә.
Законға ярашлы, илдә сәғәтте миҙгелгә ҡарап күсереү бөтә, төбәктәрҙә ваҡытты иҫәпләү өсөн Мәскәү ваҡыты нигеҙ булып тора. Бынан тыш, документта ҡаралыуынса, илдә әлеге кеүек 9 түгел, ә 11 сәғәт зонаһы булдырыла. Башҡортостан шуларҙың 4-се сәғәт бүлкәтенә инә (Мәскәү ваҡытына ике сәғәт ҡушыла).
Ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа күсеү 2011 йылдың йәйендә Дмитрий Медведевтың башланғысы буйынса бөтөрөлгәйне. Шунан бирле Рәсәй халҡы йәйге ваҡыт буйынса йәшәй.
Гөлнур ӘХМӘҘИНА, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының сит ил төбәктәрен өйрәнеү кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор:
– Әсәйем ваҡытты бер ҡасан да күсермәне, мин дә шулай кәрәк тип уйлайым. Иҡтисади йәһәттән ҡарағанда, ваҡытты үҙгәртеү продукция етештереүгә лә, хеҙмәт сифатына ла тәьҫир итмәй. Уның бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ, зыяны ғына булмаһа. Мәҫәлән, Мәскәүҙәге Кремль сәғәтен күсереү өсөн генә әллә күпме кеше йәлеп ителә. Улар бит был эште бушҡа атҡармай.