Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Украинаны мәжбүри ҡалдырған кешеләрҙе урынлаштырыу һәм уларҙы социаль-көнкүреш йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләһенә арнап үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.
Федераль миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле ҡасаҡ статусы биреүҙе һорап 144 мең кеше мөрәжәғәт иткән. “Бөтә кимәлдәге власть органдарының бурысы ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә мөмкин тиклем иғтибар биреү, тейешле ярҙам күрһәтеү”, — тип билдәләне Дмитрий Медведев.
Улар араһында хәстәрлеккә мохтаж булған балалар, ололар, инвалидтар бик күп. Ҡасаҡтарҙың күпселеген таныш булмаған кешеләр, шулай уҡ туғандары, дуҫтары һыйындырған. Ауыр мәлдә ярҙамға ашыҡҡан кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт әйтергә теләйем, — тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.
Дмитрий Медведев, Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, Украина граждандарын урынлаштырыу өсөн төбәктәргә трансферт бүленеүе хаҡында хәбәр итте. Ҡаҙна ассигнованиелары күләме 3,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән әлеге кешеләрҙе ҡабул итеүҙе ойоштороуға Федераль миграция хеҙмәтенә 780 миллион һум бүленә.
21 июлгә тиклем Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында 1981 Украина гражданы иҫәпкә ҡуйылған. 1 апрелдән һуң республикаға 906 кеше килгән, шуларҙың 325-е миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. 17 июлдә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ебәргән самолетта Дондағы Ростовтан 101 кеше килгән булһа, ҡалған 805-е Башҡортостанға үҙаллы юлланған һәм туғандарында ваҡытлыса төпләнгән.
Республика Хөкүмәтендә власть органдарының һәм ойошмаларҙың ошо өлкәләге ғәмәлдәрен көйләү буйынса оператив штаб эшләй. Украина граждандары өсөн Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарының шифахана-профилакторийҙарында урындар бүленгән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ҡасаҡтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй.