Башҡортостан Хөкүмәтендәге эш төркөмө ултырышында Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы станцияһының эшмәкәрлеге тикшерелде.
– Күптән түгел төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов власть органдарына Өфөләге ашығыс ярҙамдың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген ентекле тикшерергә ҡушты, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Ошо өлкәләге хәлде күҙәтеү барышында 1,9 миллион һумлыҡ ҡаҙна, 3,6 миллион һумлыҡ Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аҡсаһының маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланылыуы асыҡланған. Эш хаҡының ябай хеҙмәткәрҙәр менән предприятие етәкселеге араһындағы бүленеше лә, коммуналь сығымдар һәм матди-техник тәьминәт тә күп һорау тыуҙыра. Тикшереү һөҙөмтәләре киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сығасаҡ.
– Сирле кешеләр һәм Өфөләге ашығыс ярҙамдың медицина персоналы тармаҡтағы уйланылмаған идара ҡарарҙарынан зыян күрергә тейеш түгел, – тип белдерҙе Лилиә Ғүмәрова.
Л. ДӘҮЛИЕВА.