Янғында ғаилә һәләк булған25.01.2012
Нефтакама ҡалаһының Кәсәү биҫтәһендәге шәхси йорттарҙың береһендә янғын сығыу һөҙөмтәһендә ир менән ҡатын, уларҙың дүрт йәшлек улы һәләк булған.
Ғаиләлә өлкән ҡыҙ – ун бер йәшлек Виктория ғына иҫән ҡалған. Был кисте ул туғандарына ҡунаҡҡа киткән. Төнгө сәғәт өстә сыҡҡан янғын тураһында һуң ғына хәбәр иткәндәр. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, йортҡа яҡын барырлыҡ та булмай. Күршеләре һөйләүенсә, ғаилә өлгөлө, татыу йәшәгән. Янғын электр селтәренең төҙөк булмауынан сыҡҡан, тип фаразлай белгестәр.


Вернуться назад