Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Вьетнам Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Фам Суан Шон етәкселегендәге делегация менән осрашты.
Унда нефть эшкәртеү һәм нефть сығарыу, машиналар эшләү, мәғариф һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Башҡортостан менән Вьетнамдың алдынғы провинцияларының береһе Бариа-Вунгтау араһында тығыҙ бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.
— Беҙгә Вьетнам провинцияһы менән килешеүгә мотлаҡ ҡул ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ берлектәге эшмәкәрлек планын, эшҡыуарлыҡ төркөмдәрен төҙөү шарт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Киләсәктә йүнселдәрҙең берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булмаҡсы. Баҙарҙарыбыҙ бер-береһенә бик кәрәк.