Йөрәгем сирле булыу сәбәпле, баҡсаға ике йылға яҡын барғаным юҡ ине. Килгәс, күршенең беҙҙең биләмәлә мунсаға нигеҙ һалыуын күреп ҡалдым. Хәҙер ул участка сиктәрен билдәләгәндә бер аҙ яңылышыуын иҫбатлай һәм нигеҙҙе һүттермәүҙе, киреһенсә, беҙҙең участкалағы ерҙе биреүемде талап итә. Әммә баҡсаның минең милектә булыуын дәлилләүсе бөтә документтар бар. Был мәсьәләне судтан башҡа хәл итеп булмаҫмы икән? Бер ҙә мәшәҡәтләнеп йөрөгөм килмәй.
Д. ЗИННУРОВ.
Салауат ҡалаһы.
Күршегеҙҙең участкағыҙҙа мунса төҙөүенә риза түгеллегегеҙҙе, судтан тыш ҡына мәсьәләне хәл итергә теләүегеҙҙе белдереп, хат яҙып ебәрегеҙ. Әгәр ул тағы ризалашмаһа, дәғүә менән хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Суд күршегеҙ үҙ белдеге менән төҙөлгән мунсаны урынынан күсереү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Улайға китһә, һеҙ ғәйепләнеүсенән суд сығымдарын ғына түгел, әхлаҡи зыян өсөн дә түләттерә алаһығыҙ. Был хаҡта күршегеҙҙе алдан иҫкәртеп ҡуйыу хәйерлерәк.
Аҡса ла яуаплылыҡты ярата
Күптән түгел банктан 300 мең һумлыҡ ҡулланыусылар кредитын алғайным. Миңә ғүмерҙе һәм эшкә һәләтлелекте страховкаларға ҡуштылар. Уның өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтара аламмы?
Альбина.Өфө ҡалаһы.
Әгәр һеҙгә страховканы үҙ иркегеҙҙән тыш рәсмиләштерергә ҡушҡан булһалар, һәм был хәлде иҫбатлаусы дәлилдәр табылһа, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға ышаныс бар. Әммә ул бик ҙур түгел, сөнки һеҙ договорға ҡул ҡуйғанһығыҙ һәм бөтә шарттарға ризалашҡанһығыҙ.
Әйткәндәй, бер йыл элек Рәсәйҙең Юғары суды банктарҙың үҙ клиенттарына кредит менән бергә ғүмерҙе һәм сәләмәтлекте страховкалау хеҙмәтен дә күрһәтергә хоҡуҡлы булыуын таныны. Судьяларҙың фекеренсә, банктар аҡсаны бурысҡа алып тороусыларға страховкаларҙы һата һәм полис хаҡын кредитҡа ҡуша ала. Шул уҡ ваҡытта банктар кредитты страховка булғанда ғына түгел, булмағанда ла бирергә бурыслы. Иң мөһиме шул: клиент страховканы алыуҙы йәки алмауҙы ирекле хәл итергә тейеш. Ғөмүмән, аҡсаны бурысҡа алыу мәсьәләһенә бик етди ҡарарға кәрәк. Бының өсөн договорға ҡул ҡуйыр алдынан заемды биреү шарттарын, башҡа банктарҙың тәҡдимдәрен дә яҡшы өйрәнеү мөһим. Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң кире сигенеү бик ауыр. Кредит алыуҙың кемдеңдер түгел, тәү сиратта һеҙҙең иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ булып ятыуын бер ҡасан да иҫтән сығарырға ярамай.
Рубриканы Айһылыу
НИЗАМОВА алып бара.