Араҡы өсөн аҡыл кәрәкмәй25.07.2014
Учалыла 24 һәм 25 йәшлек ике егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар элекке класташын үлтереүҙә ғәйепләнә.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 20 июлдә был әҙәм аҡтыҡтары ҡасандыр коррекция мәктәбендә бергә уҡыған 27 йәшлек таныштары менән баҡса йортонда табын ойошторған. Эсергә бөткәс, араҡы һатып алыу өсөн олораҡ таныштарынан аҡса таптыра башлайҙар. Тегеһе баш тартҡас, янъял сыға. Ике дуҫ шешәләштәрен ҡаты туҡмап, быуып үлтерә һәм, сүп-сар менән күмеп, ут төртә. Мәйетте, баҡса йортондағы янғынды һүндергәндә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре таба. Әле хәлдең сәбәбен асыҡлау дауам итә.
Егеттәрҙең өсәүһе лә бала саҡтан психиатрҙа иҫәптә торған.



Вернуться назад