Әҙәплелек25.07.2014
Әҙәплелек Бәләкәйҙән аҡыллының-аҡыл­лыһы булып үҫте Әғзәм. Ата-әсәһенең, уҡы­тыусыларҙың рөхсәтһеҙ улай итергә ярамай, былай эшләп ҡуйма тигәнен ҡолағына уның һымаҡ та ныҡ һең­дергән бала булмағандыр. Шуға ла бөтә ерҙә әйләнгән һайын үҙен маҡтанылар. Мәктәптә башҡаларға юл күрһәткән маяҡ булды, һәр ваҡыт унан өлгө алырға саҡырҙылар.
– Ана, Әғзәм кеүек булығыҙ! Ысын уҡыусы шулай булырға тейеш.
Мәктәптән ҡайтҡас та уның бөтә эше рөхсәт һорауҙан башланды.
– Әсәй, кәнфит ашарға яраймы? Икәү итәйемме?
Әсәһе лә Әғзәмен башҡа балаларына ҡарағанда нығыраҡ яратты шикелле.
– Эй, ошономдо, иң аҡыллыһы бит ул! – тип арҡаһынан тупылдатып йыш һөйҙө.
Шулай булмаҫлыҡ та түгел шул. Һис бер ваҡыт, бүтәндәре кеүек, әсәй, шул кәрәк, быныһы кәрәк, тип таптырмай – алдына нимә ҡуйһаң, шуны ашай. Башҡалары кеүек, “һуған һалған, яратмайым мин уны”, тип кәзәләнеп тә ултырманы. Ана, бер заман өлкән улы мәктәптән ҡайтты ла, миңә спорт костюмы кәрәк, тип зыҡ ҡупты. Ә быныһы бигерәк әҙәпле, барына риза, булмағанын таптырмай. Телевизор, мультик бар ни уға, юҡ ни. Башҡаларын урамдан алып кереп булмаһа, Әғзәме, уйнарға сығам, һыу инергә барам, тип тә теңкәгә теймәй, тиҫтерҙәре менән дөмбәҫләшеп йөрөмәй. Һәр ваҡыт дәрес әҙерләп, китап уҡып ҡына тик ултыра. Шундайын шәп малайҙы нисек маҡтамаҫһың!
Кисен дә малай башҡа туғандары кеүек карауатҡа нисек етте шулай барып тәгәрәмәй.
– Әсәй, йоҡларға рөхсәт итә­һеңме?
Иртән карауатын да үҙе йыйыштыра һалып ҡуя.
Класташтары берәй китап һорап килһә, әсәйемдән һорайым да, тип иң тәүҙә рөхсәт алыр.
Мәктәпте тамамлағас, класташтары таң ҡаршыларға тип тауға барҙы, ә ул китап уҡып ултырып ҡалды.
Әғзәм студент булды. Башҡалар һымаҡ кисен клуб тип атылып тормауына әсәһе ҡыуанды ғына. Иртән көтөүгә мал ҡыуғанда, ауылдағы бөтә яңылыҡ ишетелә.
– Фәләндең улы шуның менән йөрөй икән.
– Шулай тиҙәр!
– Төгәндең баҡсаһына төшкәндәр!
Бисә-сәсәне тыңлап барған әсәһе улы өсөн ҡыуанып бөтә алманы. Уның хәбәре бер генә:
– Шулаймы? Ыстағәфирулла тәүбә! Шуларҙан йүнле кеше сығырмы? Әлдә үҙемдең Әғзәмем ҡыҙҙар кеүек аҡыллы. Клуб ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй. Кәрәкмәй ҙә! Йыйын бандит, шалапай араһында нимә бар!
Араларынан бер әсе теллеһе:
– Улың күкәй баҫҡан тауыҡ кеүек өйҙән сыҡмағас, кәләш тә ала алмаҫ, – тигәс, тегенең ауыҙын мәңге асылмаҫлыҡ итеп йомдорҙо:
– Анау тиклем улым, ғәрләнмәй, пачутын төшөрөп, ауыл ҡыҙҙары менән йөрөп тормаҫ инде. Ҡалала ҡурсаҡ кеүек ҡыҙы бар. Министр балаһы, ти.
Университет дипломы алып яңы эшләй башлаған егеттең өйләнеүе лә йәһәт кенә килеп сыҡты. Башҡалар менән әллә ни аралашмаған, баш баҫып эштән башҡаны белмәгән егеткә сит милләт ҡыҙы тиҙ иғтибар итте. Быйыл ғына ауылдан килгән, йыйыштырыусы булып эшләй. Исеме – Регина. Йәш, төҫкә-башҡа әллә ҡайҙа китмәһә лә, үткер, ҡәһәрең. Уның урынында башҡа берәү булһа, йәш инженерға ҡыйып һүҙ ҡушырға ла тартыныр ине. Ә был ҡыҙыҡайҙа уңайһыҙланыуҙың “у” хәрефе лә юҡ. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә комплименттар яуҙыра ғына. Бер көндө әллә былтыр, әллә өсөнсө йыл алып кейгән костюмын маҡтап хәле бөттө.
– Костюмығыҙ бигерәк килешеп тора үҙегеҙгә, һеҙҙең өсөн генә теккәндәр тиерһең. Йылы тәнегеҙҙә туҙһын!
– Рәхмәт!
Ҡышҡы көндәрҙең береһе ине. Иртә күҙ бәйләнә. Әғзәм эшен теүәл­ләп ҡайтырға йөрөгәндә, ҡы­ҙыҡай уға һүҙ ҡушты:
– Мине саҡ ҡына көтөп тормаҫһығыҙмы икән? Туҡталышта кисә бер өйөр иҫерек бәйләнеп аптыратты. Ҡурҡам. – Ҡыҙ йәлләткес итеп Әғзәмдең күҙенә баҡты.
– Ярай.
Бер кемдең һүҙенә ҡаршы килеп өйрәнмәгән егет шундуҡ ризалашты. Киреһенсә, кемгәлер изгелек эшләй алыуына ҡыуанып бөтә алманы. Кешегә ярҙам итеүҙән баш тартыу – иң ҙур әҙәпһеҙлек. Быны яҡшы аңлай ул. Өләсәһе гел шулай ти торғайны.
Ҡыҙ бигерәк ҡурҡаҡ ҡуян булып сыҡты. Туҡталышта торорға ғына түгел, хатта йәшәгән фатирына ҡайтырға ла йөрәге етмәй икән. Кисә подъезд төбөндә шау иҫеректәр йөрөгән. Ярай әле үҙен бысаҡ менән һуйып китмәгәндәр. Шуға ла Әғзәм уны фатирына инеп киткәнсе генә оҙатырға уйлағайны ла, ҡыҙҙың иламһырап:
– Төндә йүнләп йоҡлай алманым. Ишек шаҡып, ҡурҡытып йөрөнөләр, – тигәс, кире боролоп китеүҙе килештермәне. Кешегә ярҙам итеүҙән баш тартыу – әҙәпһеҙлектең иң олоһо. Йә, берәүҙең ғәзиз балаһын төндә үлтереп сығып китһәләр, ул бит ғәйепле буласаҡ. Тәүбә, тәүбә! Әғзәм үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Аҙаҡ кеше йөҙөнә нисек ҡарар?! Был тормошта нисек йәшәр?
Ул арала шажлап сәй ҡайнап сыҡты. Сәй янына мәй ултыртырға ла онотманы ҡыҙыҡай.
– Әйҙә, имен-аман ҡайтыу хөрмәтенә! – Бығаса ауыҙына әсе-сөсөнө тамсы ла алмаған егет эсмәйем тип әйтергә ҡыйынһынды. “Кеше һиңә һонған ризыҡтан баш тартыу беҙҙең халыҡта ҙур әҙәпһеҙлек һанала”, тип уйланы ла рюмканың төбөндә лә ҡалдырмай һелтәп ҡуйҙы. Әсе нәмәкәй тамаҡ төбөн яндырып төшөп китте, шулай ҙа егет сытайғанын һиҙҙермәҫкә тырышты. Ояты ни тора! Унан, сатанлап йөрөмәҫкә, ике аяҡҡа икәү иттеләр. Йолаһы шулай икән. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың быларҙың барыһын белеүенә иҫе китте Әғзәмдең. Аяҡтарға, ҡулға тип йота торғас, шешәнең төбөнә лә еттеләр.
Был төндә ҡыҙ ҡосағында уянды Әғзәм. Хәҙер был йортта яңғыҙ бер минут торорға ла ҡурҡҡан ҡыҙыҡай уны тотам да үҙенән ебәрмәҫкә тырышты. Өсөнсө көнгә Регина егеттең күлдәгенә иғтибар итте.
– Бәй, керләнә башлаған түгелме? Ҡуй, улай йөрөмә. Йыуып бирәм.
“Әлләсе, килешмәгәнде! Улай әҙәпһеҙлек була бит әле”, – тип уйлап торған егеткә әллә ҡайҙан икенсе күлдәк килтереп тә һондо.
– Мә, ошоно кей! Бүләк булыр!
Унан нәскийен дә систерә һалып алды.
Регина ай самаһы яңғыҙ ҡалырға, бер үҙе йоҡларға шөрләп йөрөгәндә Әғзәм уның именлеген тоғро һаҡланы. Был яҡтан уның намыҫы таҙа. Бер көндә борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ҡыҙ:
– Әғзәм, ней, һиңә әйтәһе һүҙ бар ине, – тигәс, егет йәнә аптырап ҡалды.
– Бер-бер хәл булдымы әллә?! Тағы берәйһе ҡурҡыттымы?
– Юҡ та! Ней...
– Нимә булды?
– Нимә тип ни, мин...
– Йәһәтерәк әйт инде!
– Мин ауырлы!
– Ауырлыһың? – Әғзәмдең йөрәге жыу итеп ҡалды. – Әллә урам буйындағы әҙәмдәр мыҫҡыл итеп өлгөрҙөмө?
– Юҡ, берәү ҙә теймәне.
– Әтеү нисек?
– Һинән!
– Минән?
– Һинән булмай, тағы кемдән? –Ҡыҙ үпкә­ләгәндәй ауыҙын ослайтты. – Әллә шикләнәһең инде...
– Юҡсы. – Әғзәмгә уңайһыҙ булып китте. Кешегә ышанмау, шикләнеү иң ҙур әҙәпһеҙлек булыуын ул яҡшы аңлай. Уҡытыусылары гел генә шулай тип туҡый торғайны.
– Әйҙә, беҙгә ҡайтып, атай-әсәйем менән танышайыҡ, – тине Регина.
Ҡайтыу менән никах уҡытып та ҡуйҙылар. Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында башлы-күҙле булды Әғзәм. Ә инде өйләнешеүҙәренә әллә биш, әллә алты ай тигәндә ҡатыны туп кеүек малай алып ҡайтҡас, бәхет күгенең әллә нисәнсе ҡатында тойҙо үҙен. Теге ваҡыт бахырҡайҙы урам­дағы бандиттар ныҡ ҡурҡытҡан, шуға ла бәпесе ваҡытынан алда тыуған икән.
Хәҙер Әғзәм ике улға атай. Өрлөк кеүек өлкән улы үҙе бына-бына башлы-күҙле булырға йөрөй. Шулай ҙа бала саҡта алған тәрбиәгә тамсы ла хилафлыҡ килтермәй ул. Эш ха­ҡын тиненә ҡәҙәр һөйөклөһөнә алып ҡайтып бирә, сөнки рөхсәтһеҙ улай итергә лә, былай эшләргә лә яра­мағанлығын яҡшы аңлай. Әҙәп­һеҙ­лектең ҙуры һанала ул. Кейемдәрен һәр ваҡыт үҙе йыуып кейә. Йәйен ҡыш буйына етерлек итеп ҡай­натмаһын, компотын әҙерләп мәж килә.
Бер көндө урамда Әғзәмде класташы тап итте лә ҡосаҡлап уҡ алды. Ауылдаш булһалар ҙа, байтаҡтан осраш­ҡандары юҡ ине. Йышыраҡ ҡатыны яғына ҡайтып йөрөйҙәр шул. Донъя булғас, мәшәҡәте лә сығып тора. Йә бесән сабышырға кәрәк, йә утындары бөтөп киткән, йә бәрәң­ге­ләрен ҡорт баҫҡан. Унан ҡайнағаһы, ҡәйен­бикәһе, ҡәйнештәре, балдыҙҙа­ры ла бар. Һәр береһенең йомошо ти­гәндәй. Кеменәлер өй эшләшергә кәрәк, йә ҡоймалары ауып бара. Эй, үҙҙәре бигерәк ихлас шул. Бәғер­ҙәреңде өҙөрлөк итеп һөйләшеүҙәре! “Кейәү”, “еҙнә” тип кенә лә түгел – “үҙебеҙҙең генә кейәүебеҙ, үҙебеҙҙең генә еҙнәбеҙ, берәү генә бит ул” тип өҙөлөп торалар. Бер ҡараһаң, әлдә генә улар бар. Әтеү бынау заманда ҡалала асҡа ҡаҡланып үлерһең. Теге ваҡыт ҡәйнеше бер килолай бәрәңге, ярты литр һөт, бер стакан ҡаймаҡ килтереп китте. Ә балдыҙы һуң! Унан да йомартыраҡ! Бер нисә көн элек кенә, үҙен бәрәңге уташырға саҡыра килгәндә, һарығының башын, тояҡ­тарын ҡалдырып сыҡты.
– Күрше апай һорай ине, бир­мәнем. Үҙемдең еҙнәкәйем барҙа теләһә кемгә тоттороп ҡуйырға ни! Һурпаһы харап шәп була торған ул. Ана, ҡаҙаҡтарҙа иң ҡәҙерле ҡунағының алдына һарыҡ башы ҡуялар, ти.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
– Күптән күрешкән юҡ, әйҙә һөйләшеп ултырайыҡ, – тип ауылдашы Әғзәмде кафеға саҡырҙы.
– Хәҙер Регинанан һорайым да. – Әғзәм кеҫә­һенән телефонын сығар­ҙы.
Әммә ҡатыны уға баш-баш­таҡ­ланып ҡунаҡ булып йөрөргә рөхсәт итмәне, күрәһең. Телефонын һүн­дергәс:
– Булмаҫ, ахырыһы, – тине Әғзәм. – Регинаның әхирәте килергә тейеш. Үҙең беләһең, кеше ҡунаҡҡа ингәндә хужаның өйҙә булмауы килешкән эш түгел, әҙәпһеҙлек һанала. Унан ундай табындарға былауҙы гел мин бе­шерәм. “Бәғеркәйем, һинеке бигерәк шәп килеп сыға”, – тип ҡатыным маҡтап бөтә алмай.
Бер көндө ауылдан әсәһе шылтыратты:
– Балам, ял көнө көтөү буйынса сират беҙгә етә. Ҡайтып китһәгеҙ бик шәп булыр ине. Күптән килгенегеҙ ҙә юҡ, атайың да ауырып тора.
Улының “ярай, ярай, мотлаҡ ҡайтырбыҙ” тигән ихлас һүҙенә өмөтләнгән ҡарт әсә:
– Регинанан һорайым да, – тигән яуап ишетте. – Ул нимә тип әйтер!




Вернуться назад