Ҡайҙа һеҙ, халыҡ таланттары?25.07.2014
Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт милли сәнғәтен үҫтереү, яңы таланттарҙы табыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә иғлан иткән “Талантлыны данлай “Башҡортостан” исемле ижади конкурс ҡыҙғандан-ҡыҙа.


Бәйгенең шарттарын хәтерегеҙгә тө­шө­рәбеҙ: 1 декабргә тиклем барасаҡ сарала профессиональ сәнғәт оҫтала­рынан башҡалар, йәғни Башҡортос­танда, шулай уҡ сит төбәктәрҙең ауыл һәм ҡала­ла­рын­да йәшәгән һәүәҫкәр йырсылар, бейеү­селәр, музыка ҡоралдарында уй­нау­сылар (соло, дуэт, трио булырға мөмкин), фольклор ансамблдәре көс һы­наша ала. Конкурста ҡатна­шыу­сыларҙың йәше сик­ләнмәй. Бының өсөн үҙегеҙҙең сығыш­та­рығыҙҙы видеокаме­раға йәки һис юғында кеҫә телефонына төшөрөп, “Бәйләнештә” (vk.com/id162549751) йә­ки “Фейсбук” (facebook.com/gazeta.bashkortostan) социаль селтәрҙәрендәге “Баш­ҡорт­остан” гәзите төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт би­реү мотлаҡ (исем-шәриф, адрес һәм телефон номеры).
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнә:
— иң оҫта бейеүсе;
— иң оҫта йырсы;
— музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы;
— иң шәп һәүәҫкәр композитор;
— иң яҡшы фольклор ансамбле.
Конкурста ҡатнашыусылар хаҡында мәҡәләләр “Башҡортостан” гәзитендәге “Халыҡ ынйылары” рубрикаһында донъя күрә. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡим­мәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Тылсымлы йыр-моң донъяһына рәхим итегеҙ!




Вернуться назад