Келәт хужаһына нимә янай?25.01.2012
Баш ҡалала Башҡортостан Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре контрафактлы аудио- һәм видеопродукция һаҡланған ҙур сауҙа келәтен тапҡан.
Күмәртәләп һатыусы сауҙа бинаһы Октябрь проспектында урынлашҡан. 10 меңдән ашыу дискты эксперт-криминалистарға тикшереү өсөн тапшырғандар. Әгәр ҙә уларҙа контрафакт билдәләре табылһа, келәт хужаһы оҙайлы ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителәсәк.


Вернуться назад