ҠОТЛО БУЛҺЫН УРАҘА ҒӘЙЕТЕ!25.07.2014
Нурын сәсеп ялтырай Ай
Манараһында Ерҙең.
Сәхәрҙән һуң иманлылар
Ураҙаларға керҙе.

Аҙан әйтә бөтөн донъя,
Ғөсөл ҡойонған миҙгел.
Барыһына – бер үк Илаһ,
Донъя барына тигеҙ.

Яҡшылыҡ тиеп әйткәндә,
Сәселде ергә нуры.
Килер заман, бер рәхмәттән
Бәндә мең рәхмәт урыр.

Ҡараштар китер асылып,
Йөрәктәр серен сисер.
Кешеләрҙең зиһендәре
Ике донъяны кисер.

Кисерер әҙәм әҙәмде,
Мәрхәмәт имләр йәнде.
Тик оло һөйөү ҡотҡарыр
Фанилыҡ тигән фәнде.

Манара Урал ҡаяһы,
Айы нурлана күктә.
Рамаҙанда ғына түгел,
Ғәмәлдәрең бөйөктән,
Ҡараштарың бейектә
Булһын башҡорт өммәте –
Урал батыр өмөтө!


Вернуться назад