Һуңғы ваҡытта республика гәзиттәрендә халҡыбыҙ араһында бик боронғо замандарҙан таралған кәсептәрҙең береһе – шәл бәйләү – тураһында бер нисә мәҡәлә донъя күрҙе. Ырымбур өлкәһенән һәм уға сиктәш Ейәнсура менән Хәйбулла райондарынан килгән ул яҙмаларҙа Ырымбур шәле “башҡорт шәле” тип йөрөтөлөргә тейеш тигән ҡырҡыу мәсьәлә күтәрелә. Эйе, дәғүә урынлы.
В.А. Перовскийҙың ҡатыны Ырымбурға бөтөнләйгә күсеп килмәй, ял итеү маҡсатында күберәк йәй көндәрен һайлай һәм губернатор менән бергә йәйләүҙә генә йәшәп китә. Шулай бер сәфәрендә башҡорт ҡатындарына: “Мине лә шәл бәйләргә өйрәтегеҙ әле”, — ти. Билдәле, уға еп, энә бирәләр. Беренсе тапҡыр тотонған кеше белә: тәүҙә бәйләнгән күҙҙәр матур, тигеҙ килеп сыҡмай. Губернатор ҡатыны ла, шулай күҙҙәрҙе һуҙып ултыра ла: “Ой, как паутина получилось”, — тип көлөп ебәрә. Бына ошонан башлана ла инде беҙҙең халыҡ араһында матур, төрлө биҙәкле “паутинкалар” бәйләү.
Хәҙерге Ейәнсура элек Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙенә ҡараған. Унда, мәҫәлән, 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 69535 милләттәшебеҙ йәшәгән. Тимәк, шәлде, нигеҙҙә, ундағы башҡорттар бәйләгән. Губернаторҙың ҡатынын да был кәсепкә нәҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙ өйрәткән, ә бүтәндәр түгел.
Ейәнсураның шәл оҫталары губернаның атамаһына ҡарап “Ырымбур оҫталары” тип аталғас, шәлде Ырымбурҙыҡы тип йөрөтөү шунан тороп ҡалған. Бөгөн шағирҙарыбыҙға, композиторҙарыбыҙға, бәлки, “Их, матур, йомшаҡ башҡорт шәлдәре” тип берәй йыр ижад итергә кәрәктер?
Клара ӘСФӘНДИӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.