Күптән түгел Екатеринбургта инженер-төҙөүсе, энергетик, ҡалалағы троллейбус линияһына нигеҙ һалыусы Тәҡиулла Алиевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды.
Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт хөкүмәте башлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең фекерҙәше һәм көрәштәше Тәҡиулла Алиев төбәктең азатлығы өсөн йәнен аямай һуғыша, башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуын ойоштороусыларҙың береһе була. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты ҡуйған бурысты үтәп, ул Петроградты Антантанан һәм Юденичтан һаҡлауға ғәскәр мобилизациялай.
Конференция программаһына ярашлы, был көндө Екатеринбургтағы “Алиев урындары” буйлап экскурсия булды. Сараны Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге ойошторҙо.
Губернатор рәхмәт белдерҙе
Ошо көндәрҙә Силәбе башҡорттары ҡоролтайының VIII отчет-һайлау конференцияһы булды.
Өлкә Хөкүмәте һәм Башҡортостан вәкилдәрен йыр-бейеү, милли аш-һыу менән ҡаршыланылар. Башҡорттарҙың йыйынында Силәбе губернаторы урынбаҫары Николай Сандаков, өлкәнең мәҙәниәт министры Алексей Бетехин, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре мөфтөйө Ринат Раев, Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге етәксеһе Фәймә Йосопова һәм башҡалар ҡатнашты.
Николай Сандаков конференция делегаттарына өлкә губернаторының сәләмен тапшырып, Көньяҡ Уралдағы иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһына башҡорт телен, үҙенсәлекле мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне һәм ойошманың иң әүҙем ағзаларына Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Конференцияла ойошманың яңы редакциялағы уставы ҡабул ителде. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең отчет доклады ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Морис Йосопов ойошманың яңы рәйесе итеп раҫланды, шулай уҡ башҡарма комитеттың, контроль-ревизия комиссияһының яңы составы һайланды, резолюция ҡабул ителде. Йыйында, дөйөм алғанда, 200-ҙән ашыу делегат һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараның аҙағында Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артистарының концерты булды.
Мөхәмәт ХӘБИРОВ,
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары.