“Көрәк-һәнәк тотҡан да юҡ”25.07.2014
“Көрәк-һәнәк тотҡан да юҡ”
Иҫке Ҡороста оҫта ҡуллы ир-ат йәшәмәгән йорт юҡтыр ҙа. “Әйҙәгеҙ, һеҙҙе шуларҙың береһе менән таныштырайым әле”, — тип, ауыл Советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәйлә Зарипова беҙҙе Ләбибә менән Булат Хәкимовтар йортона ыңғайлатты.

— Ашарға инергә әллә күпме са­ҡырҙым, һаман да өйгә ашыҡмай, — тип ирен шелтәләп ҡаршыланы Ләбибә ханым. — Шул гаражында көнө-төнө соҡона ла соҡона. Тимер “ене” ҡағылғандыр уға, моғайын.
Һиҙеп торабыҙ инде, хужабикә тормош иптәшенең булдыҡлылығы, эшсән­леге менән ғорурланып әйтә был һүҙҙәрҙе. Айыҡ аҡыл, хеҙмәт һөйөү­сәнлек, тырышлыҡ менән йәшәгән ғаилә башлығын нисек хөрмәт итмәйһең? Өҫтәүенә ғүмер буйы агроном булып эшләгән уҙамандың техникаға оҫта­лығы, үҙ ҡулы менән запас частарҙан трактор яһауы бөтә Баҡалы районына билдәле.
Танышҡан арала Булат Ғималетдин улы гараждан үҙенең ижад емешен — тракторын — геүләтеп алып та сыҡты.
– Бына ошо ғәләмәт егәрле техника менән быйыл картуф сәстек. Бесән етһә, ул комбайнға әүерелә, — ти хужа. — 15 төрлө өҫтәмә ҡорамал ярҙамында бөтә эшкә лә егергә була. Күптән инде ҡулға көрәк-һәнәк тотҡан юҡ, хужа­лыҡтағы бар эште ошо мини-трактор башҡара...
– Ә бындай техника һатыуҙа күпме тора? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Минеке кеүек “ҡорос ат”ты бер ҡайҙа ла эҙләп тапмаҫһығыҙ, — тип көлөмһөрәй йорт хужаһы. — Ә мини-тракторҙар хәҙер һатыуҙа етерлек, кеҫәңдә 200 мең һум аҡсаң булһа, ҡытайҙыҡы кәрәкме, япондыҡымы — үҙең һайла. Ә мин эшләгән техника универсаль булыуы, һәр кемдең ху­жалығында төрлө хеҙмәткә яраҡ­­лаш­тырыл­ғанлығы менән өҫтөн.
Үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, ти­мер-томор менән мауыҡҡан, техника­ға битараф булмаған ир-егеттәр тирә-яҡта етерлек. Киләләр, һорашалар. Бер нисәүһенең үҙаллы трактор йыйғанын беләм.
Булат Ғималетдин улының эш көнө бөгөн дә бик тығыҙлығын аңлап, хужалар менән хушлашырға ашығабыҙ. “Бесән өҫтө етә бит, сапҡыстарҙы яй­лайһы бар. Техника ла, наҙлы бала кеүек, тәрбиәләгәнде, иғтибар бүлгәнде ярата”, — ти һөнәрмән.

.


Вернуться назад