Тол ҡатындарға – сертификат25.01.2012
Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең тол ҡатындары ярҙамһыҙ ҡалмай.
Баймаҡ ҡалаһынан Миңлеямал Иҫәндәүләтова, Зөләйха Сәлихова менән Аҡморон ауылынан Фәрхиямал Рыҫҡужинаға район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов торлаҡҡа сертификат тапшырҙы. Әлеге ваҡытта район буйынса 362 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Ветерандарҙың күбеһе ҡалалағы “Баймаҡ” ПМК-һы төҙөгән күп ҡатлы яңы йортҡа күскән. Әле сертификат алыусылар ҙа фатирҙы тап ошонан һайламаҡсы.