Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең ветеран ойошмаларын эшлекле дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Былтыр республикабыҙҙың ошо хәрәкәт вәкилдәре Екатеринбургта булғайны, әле күршеләрҙең 25 кешенән торған делегацияһы беҙгә килде. Нефтекама ҡалаһында ике төбәктең ветеран ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды.
...Оло йәштәгеләргә күп кәрәкме ни?! “Яңауыл” тимер юл вокзалында тынлы оркестр менән тантаналы ҡаршы алыу, көндөң болотло, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, ҡунаҡтарҙың күңелен һиҙелерлек күтәреп ебәрҙе. Улар, хужалар менән ихлас күрешеп, хәл-әхүәл һорашты. Вокзал алдында тимер юлсылар хөрмәтенә ҡуйылған тарихи паровоз янында фотоға төшкәндән һуң, ҡунаҡтар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Бында уларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов йылы тәбрикләне, райондың тарихы һәм бөгөнгө хәле менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Нефтекамалағы музейҙа, библиоүҙәктә булыу ҙа ветерандарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Компьютер технологиялары үҙләштерелгән “Өсөнсө быуын университеты” эшенең яҡшы ойошторолғанын барыһы ла билдәләп үтте. Ике төбәктең ветеран ойошмалары етәкселәре Еңеү скверындағы Мәңгелек ут монументына сәскә һалды, илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Кәңәшмәнең икенсе көнөндәге пленар ултырыш та бик йөкмәткеле булды. Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ветерандар тураһында хәстәрлектең сағыу миҫалы булараҡ республикала 2011 йылдан тормошҡа ашырылған “Өсөнсө быуын университеты” һәм “Социаль туризм” программалары тураһында ентекле һөйләне. Был саралар өлкәндәрҙе үҙ донъяһында ғына сикләнеп йәшәүҙән арындыра, төрлө яҡлы мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ошо өс йыл эсендә 52 мең пенсионер компьютер серҙәрен өйрәнһә, 12 меңдән ашыу ветеран арзаныраҡ хаҡҡа туристик путевка алған.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов, ике төбәктең ветерандар советы рәйестәре Марат Муллағәлләмов менән Юрий Судаков һәм башҡалар ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, уларҙы дауалау һәм һауыҡтырыу, йәш быуынды тәрбиәләүҙә өлкәндәрҙең лайыҡлы өлөшө тураһында һөйләне.
Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы үткәреләсәк саралар, әлбиттә, ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Ветеран ойошмаларының төрлө кимәлдәге етәкселәре билдәләүенсә, һөйләшеү барыһы өсөн дә бик файҙалы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостанда һәм Свердловск өлкәһендә йәшәүселәргә мөрәжәғәт ҡабул итте һәм төрлө кимәлдәге власть органдарын, йәмәғәтселекте, тәү сиратта йәштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн бар тырышлыҡты һалырға саҡырҙы.
Бөтөн илгә билдәле Нефтекама автозаводына ойошторолған экскурсияла, Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылындағы Никола ҡорамында булғандан һуң ветеран ойошмалары етәкселәре, аралашыуҙан дәрт һәм дарман алып, яңы йүнәлештәр асыҡлап, үҙ төбәктәренә юлланды.