Яңы мөмкинлектәр аса25.07.2014
Иглиндә “500 ферма” программаһы буйынса семинар-кәңәшмә булды.
Бөгөн үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу хаҡында һүҙ алып барғанда программаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 2012 – 2016 йылдарға тәғәйенләнгән был йүнәлеш – малсылыҡтың һөт етештереү тармағын үҫтереү йәһәтенән ҙур этәргес көс. Программала ҡатнашырға теләүселәрҙең йыл һайын арта барыуы ла шул хаҡта һөйләй.

Кәңәшмәгә 11 райондың ауыл хужалығы идаралығы етәкселә­ре, ғалимдар, ҡорамал һәм техника һатыу, кредит биреү ме­нән шөғөл­ләнгән ойошма вә­килдәре кил­гәйне.
Ауыл хужалығы министры урын­баҫары Фларис Шәйхет­динов бил­дә­ләүенсә, программа эшләй баш­лағандан бирле уға 177 һөт­сөлөк фермаһы, тоҡом­солоҡ эше буйынса бер предприятие ингән. Быйыл конкурста ҡатнашыуға 41 хужалыҡ 56 ферманы яңыртыуға документ тәҡ­дим иткән, шуларҙың 41-е хәҙер ошо статусҡа эйә.
Программа талаптарына бер ни ҡәҙәр үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер “500 ферма”ға документтар тапшырыу өсөн һыйыр малының 200 баш булыуы етә. ­Фларис Шәйхет­динов теге йәки был ойошманан ҡорамалдар алғанда һаҡ булыр­ға саҡырҙы. Юғиһә ҡиммәт хаҡҡа килтерелгән аппараттар ҡайһы саҡ ҙур бәлә тыуҙыра.
Кәңәшмәлә шулай уҡ төҙө­лөш һәм кредит биреү ойошмалары үҙҙәренең шарттары менән таныш­тырҙы, фән әһелдәре иһә сифатлы һөт алыу, мал тәрбиә­ләү шарттары хаҡында фай­ҙа­лы лекция уҡыны.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һуңы­нан “Мәсәғүтов” крәҫтиән (фермер) хужалығының һөтсө­лөк ферма­һы менән танышты. Ойошманың етәксеһе Альберт Мәсәғүтов ҡунаҡтарға үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Күптәр, ялтлап торған яҡты бинаны күреп, өнһөҙ ҡалды. Ысынлап та, ике йыл элек бында хеҙмәткәрҙәр тубыҡтан бысраҡ кисеп йөрөһә, бөгөн ул танымаҫ­лыҡ булып үҙгәргән. Ферма тулыһынса заман шарттарына яраҡлаштырып эшләнгән, һөт үткәргестәр менән йыһазланды­рылған. Малсылар өсөн ял итеү бүлмәһе, душ бар. Һөттө ҡаптар­ға тултырыу өсөн мини-завод эшләй. Әле төкәтмә яһайҙар. Киләсәктә унда һөт ризыҡтары етештереләсәк.
Бөгөн хужалыҡта бер мең баш самаһы һыйыр малы бар. Һуңғы йылдарҙа һөт, ит етеш­тереү өс ярым тапҡырға артҡан. Ойошма үҙен орлоҡ, мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин итә, машина-трактор паркын яңырта.
Белемле кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә етди хәстәр­лек күрелә. Әле улар өсөн тор­лаҡ төҙөлә. Малсыларҙың, механизаторҙарҙың эш хаҡы һәйбәт, бесән бирелә.
Иглин районы хакимиәте баш­­лығы урынбаҫары Вил Ха­фи­зов “500 ферма” прог­раммаһының районда мал­сы­лыҡ­ты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуы хаҡында һөйләне, бүтәндәрҙе лә уға әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.





Вернуться назад