Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Һөт иле-2014” фестивален ойоштороу буйынса эш төркөмө ултырышы булды. Байрам 30 августа Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында уҙғарыласаҡ.
Был көндө халыҡты сағыу тантана һәм күңел асыу көтә. 15 майҙансыҡта һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл табасаҡ. “Һөт иле”нең маҡсаты — милләт сәләмәтлеген нығытыу өсөн республикала етештерелгән һөт ризыҡтарын танытыу һәм уны ҡулланыуҙы арттырыу.