Ҡағиҙәләрҙе боҙма – штрафҡа тарырһың25.01.2012
Баш ҡалала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе автоматлаштырылған үҙәк эшләй башлаған. Бында ҡала юлдарында ҡуйылған видеокамераларҙан килгән мәғлүмәт эшкәртелә. Әлеге комплекстар 2008 йылдан бирле файҙаланыла һәм, статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, был урындарҙа ҡағиҙә боҙоуҙар кәмей.
Тәүлек эсендә бер автоматик теркәү комплексы 150-нән 800-гә тиклем ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлай. Водителдәр тейешле тиҙлекте, ғәҙәттә, 10-20 километрға арттырыусан. Былтыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә йәмғеһе 34 миллион һумлыҡ штраф һалынған.


Вернуться назад