Бер юлы ике байрам23.07.2014
“Башҡортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, Ишембай районының Маҡар ауылында Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын дуҫы, Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәштә йәнен фиҙа ҡылған арҙаҡлы шәхес Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышевҡа стела асылды. Ошо уҡ көндә ауыл мәҙәниәт йортонда Әмирҙең бер туған ағаһы, билдәле дәүләт эшмәкәре, “Башревком” ағзаһы һәм Башҡортостандың тәүге “Башсовнархоз” рәйесе Мөхәммәтгәрәй нигеҙ һалған Маҡар ауылы китапханаһына 100 йыл тулыуға арналған сара ла үткәрелде. (Тик нишләптер китапханаға Мөхәммәтгәрәй Ҡарамышев исемен биреү мәсьәләһе күтәрелмәне).

Билдәле булыуынса, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтендә Батыргәрәй Йосоп улы Ҡарамышевтың барлыҡ улдары ла – Мөхәммәтгәрәй, Әмир, Мөхтәр, Сөләймән – ҡатнаша, бөтәһе лә көрәштең алдынғы сафында була. Әмир 1917 йылдағы түңкәрелештән алда батша армияһында ротмистр, йәғни кавалерия капитаны чинында хеҙмәт итә. Ә 1917 йылдың декабрендә үткән Дөйөм башҡорт ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте ойошторолғас, ул Зәки Вәлидиҙең ғәскәри эштәр буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Әмир Ҡарамышев баш­ҡорт ғәскәренең тәүге атлы отрядын ойоштора. Аҙаҡ ошо отряд нигеҙендә башҡорт полктары төҙөлә. Әмир отряды менән Ырымбурҙа большевиктар тарафынан төрмәгә бикләп ҡуйылған Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итә. Ә төпкө камерала ултырған Зәки Вәлидиҙе төрмә етәксеһе ҡурҡышынан ишекте үҙе асып сығарып ебәрә. Шулай итеп, Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелгәс, башҡорт полктары төҙөлә. Әмир Ҡарамышев үҙенең полкы менән төньяҡҡа сигенгән большевиктарҙың партизан отрядтарын Башҡортостандан ҡыуа, ҡыҙылдарға ҡаршы Верхнеуральск янында ҡаты һуғыштар алып барғанда яуҙа яралана. Ошо хәлдә һуғышта йөрөп, уның үпкәһе шешә, күп тә үтмәй 1918 йылдың 7 авгусында Әмир Ҡарамышев Мейәс хәрби дауаханаһында вафат була. Мәрхүмде Зәки Вәлидиҙең әмере буйынса боҙло табут эсендә вагон менән Ырымбурға оҙаталар. Уны 2-се башҡорт полкы офицеры подпоручик Тереғолов, ҡустыһы Мөхтәр Ҡарамышев, ҡатыны Мәрхәбә оҙатып бара. 11 августа улар Ырымбурға килеп етә. Был ваҡытта Зәки Вәлиди Силәбелә, Һамарҙа кәңәшмәлә булғанлыҡтан, мәйетте боҙло һыуға ҡуйып торалар.
12 августа Әмир Ҡарамышевты Ырымбур зыяратында ерләйҙәр. Уның хөрмәтенә залп бирелә, ә башҡорттоң бөйөк шағиры Шәйехзада Бабич халҡыбыҙ батырына арнап яҙған шиғырын уҡый.
Башҡорт милли хәрәкәтендә ни бары өс йыл ғына ҡатнашһа ла, Әмир иҫ киткес батырлыҡтар ҡылып өлгөрә. Уның ҡәберен табып, ташҡа исемен яҙырға кәрәк.
Мөхәммәтгәрәй Батыргәрәй улына килгәндә, ул, бала саҡта умыртҡа һөйәге имгәнеп, көмөрө булып ҡала, буйға үҫә алмай. Ошо физик етешһеҙлегенә ҡарамаҫтан, оло ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнай. Бик тә мәғлүмәтле, ораторлыҡ һәләтенә эйә булған Гәрәй Гәрәевич (уны көрәштәштәре шулай атап йөрөткән булған) Башҡорт хөкүмәте тарафынан, Башревком исеменән һөйләшеүҙәр алып бара, мөһим документтар төҙөү кеүек яуаплы эш башҡара.
Башланғыс белемде ул Маҡар ауылы мәҙрәсәһендә, шулай уҡ урыҫ-башҡорт училищеһында ала. Ҡазандағы уҡытыусылар семинарияһын тамамлағас, бер нисә йыл Башҡортостандан ситтә уҡытыусы булып эшләй. 1914 йылда Маҡарға ҡайтып, балалар уҡыта. Үҙ ғүмерендә йыйған китаптарынан еҙнәһе Фазлыйрахман Әхмәтйәнов йортоноң бер бүлмәһендә китапхана аса. Әйткәндәй, минең 1915 йылда тыуған атайыма тап Мөхәммәтгәрәй Фаяз тип исем ҡуша. Гәрәй Гәрәевич 1922 йылда вафат була. Маҡар зыяратында ерләнә.
Башҡорт милли хәрәкәтендә, Батыр­гәрәйҙең улдарынан тыш, уның бер туған ағаһы Солтангәрәйҙең ейәндәре лә ҡатнаша. Улар – Бәхтегәрәйҙең улдары Бәхтиғәни, Ғәбделғәни, Арыҫлангәрәйҙең улы Абдулла, Сәйетгәрәйҙең улы Әхмәтғәни.
Бына шулай, бынан дүрт быуаттан ашыу Ҡармыш бейҙән тамырланған Ҡарамыштар нәҫеле үҙенең данлы улдары менән ғорурлана ала. Шәжәрә ошолай: Ҡармыш бей – Күгеш – Аҡсура – Сәйет – Ҡармыш баба – Аҡбулат – Солтан (Аҡкөбәк) – Байслан – Ибраһим – Йосоп – Солтангәрәй һәм Батыргәрәй. Батыр­гәрәйҙең улдары – Мөхәммәтгәрәй, Әмир, Мөх­тәр, Сөләймән.
Бөгөн Әмир Ҡарамышевтың ейәне Салауат Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Уның һәм Маҡар ауыл хакимиәте башлығы Әмир Рәхимов тырышлығы менән Маҡар ауылында данлыҡлы батырыбыҙға стела асылған икән, уларға рәхмәт яуһын! Сараны үткәреүҙә ҡатнашҡан һәм ялҡынлы сығыш яһаған Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсинға, Ҡарамышевтар тураһында беренсе башлап “зәңгәр экран”да тапшырыу әҙерләгән Юлай Ғәйнетдиновҡа, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Марат Ҡолшәриповҡа, Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институтынан Руслан Ҡарамышевҡа һәм стеланы асыу тантанаһына килгән барлыҡ маҡарҙарға, туғандарға оло рәхмәтемде еткерәм.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА,
шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Вернуться назад