Бәхетте ҡайҙан табырға мөмкин?23.07.2014
Бәхетте ҡайҙан табырға мөмкин?
Ысын бәхет, матур тормош кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында кем генә хыялланмай? Әммә ошоларҙың барыһына ла намыҫлы хеҙмәт ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкиндер, сөнки тап ул һәр кемгә ҡыуаныс килтерә.

Арабыҙҙа был һүҙҙәрҙе аңлаусылар бик күп. Күптән түгел миңә ошондай ҡатын менән осра­шырға тура килде. Өҫтә­үенә, ул һәр кемгә яҡшы мөғәмәләлә булыуы, ярҙамсыллығы менән иғти­барҙы йәлеп итте. Һүҙем – Лида Вәлиуллина хаҡында. Ул Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса республика үҙәгенең Өфө ҡалаһы Ленин районындағы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләй.
1993 йылдан инвалидтарға, ветерандарға, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү менән ҡайнап йәшәгән ҡатынды эшендә бик хөрмәт итәләр. «Үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кем менән уртаҡ тел таба. Бынан тыш, ойоштороу һәләте көслө», – тиҙәр уның хаҡында.
Лида Вәлиуллинаның тырыш хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән баһаланғайны. Тынғыһыҙ, бөтмөр, уңған ҡатын йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул бер нисә тапҡыр төбәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Өҫтәүенә, үҫмерҙәр араһында енәйәттәрҙе, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә әүҙем эш алып бара. Лида Миңни ҡыҙы – бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзаһы ла.
Кушнаренко районында тыуып үҫкән был ҡыҙға ҡарайһың да уңғанлығына хайран ҡалаһың.Ире менән ике ул үҫтереп, уларға белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар.


Вернуться назад