Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын популярлаштырыу, йәштәрҙе ил тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йәлеп итеү маҡсатында Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостанға махсус квота бүлде. Уға ярашлы, республиканың музыка, сәнғәт мәктәптәрендә белем алған, уҡыуҙа һәм ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар йәйге каникулда туристик маршруттарҙа ҡатнаша.
Тәүге төркөм – Саҡмағош районы һәм Октябрьский ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары – “Петергоф – Рәсәй балаларына” маршруты буйынса юлға сыҡты ла инде. Августа Күмертау уҡыусылары “Боронғо Ҡазан хазинаһы” программаһы буйынса Татарстандың баш ҡалаһына барһа, Мәләүез, Учалы райондарының, Нефтекама ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнгәндәр Ҡырымдың Алушта ҡалаһында урынлашҡан “Кипарис” һауыҡтырыу лагерында ял итәсәк.
Сентябрҙә Бәләбәй, Дыуан райондары, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары уҡыусыларын “Ясная Поляна – Рәсәй балаларына” программаһы буйынса сәфәр көтә. Әлеге ваҡытта башҡа төрлө программалар ҙа әҙерләнә.
Дөйөм алғанда, республиканың 17 муниципаль район һәм һигеҙ ҡала округынан 400 бала, Мәҙәниәт министрлығы тарафынан әҙерләнгән маршруттарҙа ҡатнашып, Мәскәү, Санкт-Петербург, Петергоф, Ясная Поляна, Алушта һәм Ҡазанды күрәсәк.