Нефтекамала штаб асылды23.07.2014
Нефтекама ҡалаһында Украинанан килгән граждандарға ярҙам ойоштороу буйынса штаб төҙөлдө. Белгестәр барыһына ла кәңәш бирергә әҙер. Консультация һәм ярҙам һорап түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә була: Нефтекама ҡалаһы, Комсомол проспекты, 25. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенең тәүлек әйләнәһенә эшләгән “ҡыҙыу
элемтә” телефоны: 112.

Штабта әйтеүҙәренсә, ҡасаҡ булараҡ теркәлеү һәм статус алыу өсөн Федераль миграция хеҙмәтенең Нефтекамалағы идаралығына (Социалистик урам, 32) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн документ талап ителмәй.
Табиптарға шулай уҡ 5-92-67, 5-71-86 телефондары аша шылтыратырға мөмкин.
Муниципалитет етәкселәре ҡала халҡынан килгән һәм киләсәк ҡасаҡтар тураһындағы мәғлүмәтте кисектермәҫтән штабҡа еткереүҙе һорай. Йәштәр һарайы бинаһында гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған. Урындағы хакимиәт шулай уҡ ҡасаҡ ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтерҙәй кешеләрҙе эҙләй.



Вернуться назад