ГЛОНАСС ярҙамға килә25.01.2012
Республикала киләһе бер нисә йыл эсендә ГЛОНАСС технологияларын файҙаланыуға индереүгә 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендә 2012 – 2015 йылдарға маҡсатлы программа раҫланды.
Уға ярашлы, пассажирҙар, йөк ташыу һәм ауыл хужалығы транспортының 80 проценты, шулай уҡ полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, “ашығыс ярҙам” кеүек хеҙмәттәрҙең махсус транспорты ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырыласаҡ.


Вернуться назад