Быйыл махсус дөйөм белем биреү учреждениеларын асыуға федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға 113,56 миллион һум аҡса бүленә. Был учреждениеларҙа инвалид балаларға инклюзив белем биреү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыласаҡ. Ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Аҡса 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы күсерелә. Төбәктәргә 3,3 миллиард һумды үҙ-ара бүлешергә тура киләсәк. Мәҫәлән, Ростов өлкәһенә – 168,1 миллион һум, Ҡырым Республикаһына – 146,7, Тула өлкәһенә – 138,2, Ырымбурға – 115,6, Мәскәү өлкәһенә 114,4 миллион һум әбәреләсәк.
Субсидия алыр өсөн төбәктәр инвалид балаларға яраҡлаштырылған белем биреү ойошмаларын асыу буйынса махсус план тапшырырға бурыслы.