Бер мосолман ғаиләһе табында саҡта кемдер ишек ҡаға. Ҡатыны барып асһа, тупһала бер хәйерсе баҫып тора икән. Ул: “Тамаҡ ялғатһағыҙсы”, – тип үтенә. Ҡатын иренә: “Ашарына бирәйек, Аллаға шөкөр, ризығыбыҙ күп бит”, – ти. Шул саҡ ир асыуланып: “Бар ҡыу! Мин үҙемә тир түгеп табам, ул да эшләһен”, – тип ҡысҡыра. Ҡатын: “Беҙҙең дә бер нәмәбеҙ ҙә юҡ шул”, – тип ишекте ябырға мәжбүр була. Теге әҙәм китә.
Аҙмы-күпме ваҡыт үтә, был ғаиләлә татыулыҡ бөтә, ирҙең эшенә бәйле ауырлыҡтар башлана, уның холҡо үҙгәрә. Ҡатын ирен ташлап китә. Бер йылдан һуң ул бер бай кешегә кейәүгә сыға.
Икенсе никахтағы ире менән ашап ултырғанда, ишектәрен шаҡыйҙар. Ире барып аса, унда хәйерсе торғанын күреп, хәләленә: “Ашарына-эсеренә бир әле”, — ти. Ҡатын ризыҡ сығарып тоттора. Хәйерсе киткәндән һуң, ир ҡатынынан: “Туҡта, нимә булды һиңә? Бөтөнләй ҡобараң осҡан бит, әллә был әҙәм берәй ауыр һүҙ әйттеме?” — тип төпсөнә. Ҡатыны: “Ул хәйерсене кем тип уйлайһың?” — ти. Ире: “Ә кем һуң?” — ти. “Элекке ирем ине ул”, — тип яуаплай ҡатын. Шул саҡ ир: “Ә минең кемлегемде беләһеңме? Ул ҡыуып сығарған теге хәйерсемен”, — ти.