Әсәйле әсәйһеҙҙәр23.07.2014
Әсәйле әсәйһеҙҙәр
Яҙ башында күрше районда йәшәгән әхирәтемә ҡунаҡҡа барырға насип булды. Был яҡтағы халыҡтың йәшәйеш-көнкүреше менән танышыу маҡсатынан урамға сыҡтым. Ауыл урамда­рының төҙөклөгө иғтибарымды йәлеп итте. Тимәк, уңған, бөтмөр халыҡ йәшәй икән был яҡтарҙа, тип эстән генә шатланып ҡуйҙым.

Үҙәк урамдарҙың береһен­дә йоҡа һәм бысраҡ кейем кейгән, батҡаҡҡа батып бөткән дүрт йәштәр тирәһендәге ма­лай ҡар һыуы кисеп йөрөй. Күптән инде йыуынмағанлығы, тәрбиә күрмә­гән­леге шунда уҡ күҙгә ташлана. Ба­хырҡайҙың ҡулында тишелеп бөткән ҙур бирсәткә, һыу эсендә йөрөүенә ҡарамаҫтан, итеге лә резинанан түгел һәм бер нисә үлсәмгә ҙур… Ата-әсәһе юҡмы икән ни был баланың, ниңә ул ошолай берәҙәк рәүешендә йөрөй һуң? Яуап эҙләгәндәй, әхирәтемә ҡарайым. Ул уйҙа­рымды аңла­ғандай:
– Был – Тимур. Күрә­һең, әсә­ләре бө­гөн дә иҫерек. Би­герәк ныҡ эсәләр шул... Элгәре атаһы ғына төшөргөләй ине, хәҙер әсәһе лә эскелек һаҙлы­ғына батты. Балаларын бар тип тә белмәй. Улары шулай урам буйлап йөрөй инде. Йыш ҡына комиссия ағзаларының, полиция хеҙ­мәт­кәрҙә­ренең ки­леп тикшереп тороуына, аң­латыу эше алып бары­уына, “балала­рыңды тар­тып ала­быҙ” тип янауына ҡарамаҫтан, эскесе ата-әсә бер ҙә генә тормошон яҡшы яҡҡа үҙ­гәртергә теләмәй, – тип әсенеп һөйләне.
Кескәй баланы йәлләп, күҙ­ҙә­ремә йәш тығылды. Көндән-көн фажиғәле төҫ ала барған был афәткә ҡаршы то­рор­ҙай көс табып булмаҫтыр ул, тигә­не­рәк төшөнкө уйҙар ҙа килә баш­ҡа. Нимәгә өмөт­ләнергә һуң хәҙер? Ниңә эскелек һаҙ­лығына бата әсәләр?
“Һәр сабый яҡты донъяға үҙ ризығы менән тыуа” тиҙәр, әммә уларҙың һәммәһе лә бәхетлеме икән һуң? Юҡ, тиһәм, һис бер яңылыш­маҫмын кеүек. Эйе, бала ата-әсә йылыһына, наҙға, һөйөүгә мохтаж. Тик уларҙың һәр ҡайһы­һының үҙ яҙмышы. Берәүҙәр әсәйҙәренең һөйө­үенә иркәләнеп, атай­ҙа­рына арҡала­нып үҫһә, икенселәре, Тимур кеүек, донъяға килтер­гән ғәзиз кешеләренең йылы ҡарашына тилмереп көн итә, өсөнсөләр иһә хатта ата-әсәһе ҡаты бәғерле, йүнһеҙ булыуы арҡаһында яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.
Бала – бәғер ите, тиһәләр ҙә, сабыйына битараф булған, балалары өсөн ябай ғына шарттар ҙа тыуҙырмаған, эскелек менән мауыҡҡан, еңел-елпе тормош алып барған атай-әсәйҙәр аҙым һайын ос­рап тора шул. Балаһын һыу­һыҙ йәки аҙыҡһыҙ оҙайлы ваҡытҡа бер үҙен бүлмәлә бикләп ҡалдырған, хатта һуҡ­ҡылып имгәткән йә үлтер­гәнсе туҡмап, көнө-төнө эсеп йөрө­гәндәр ҙә бар, үкенескә ҡаршы.
“Тапҡан түгел, үҫтергән әсә була”, тигән халыҡ. Донъяға балаңды тыуҙыр­ғас, уға йөрәк йылыңды биреп үҫтереү тәби­ғәттән һәр бер атай һәм әсәй күңеленә һалынырға тейеш түгелме икән ни? Күҙ йәшеләй саф күңелле балаларҙың һис ҡасан йөрәктәре әрне­мәһен, сабыйҙар донъяға моңһоу күҙҙә­ре менән баҡмаһын, бары тик бәхетле йылмайһын ине. Һәр баланың күңелен аяҙ күк менән сағыштырырға була, ул күкте ҡара болоттар ҡапла­маһын өсөн әсәйҙәр яуаплы.



Вернуться назад