Ялыуҙар кәмемәй25.01.2012
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булыуҙан туҡтамай.
Туҡтамаясаҡ та, әгәр хәл тамырынан үҙгәртелмәһә һәм был эштә республика етәкселеге ҡатнашмаһа. Әлбиттә, власть әһелдәре ситтән генә күҙәтә тип әйтергә теләмәйем, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп көс һалына, тик торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауҙы күҙәтеүсе эш төркөмө ултырышында сығыш яһаған республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афониндың билдәләүенсә, комплекслы саралар күрмәйенсә тороп, эштең яҡшырыуына өмөт аҙ.
Сергей Афонин фекеренсә, оҙаҡ йылдар сара күрелмәүе, яңыртыу эштәренең һүлпән алып барылыуы арҡаһында киҫкенләшкән мәсьәләне халыҡтан коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған аҡса иҫәбенә генә хәл итеү мөмкин түгел. Тармаҡты комплекслы модернизациялауҙа бюджет аҡсаһы ла күберәк файҙаланылырға тейеш. "Шунһыҙ халыҡтан килгән ялыу ағымы туҡтамаясаҡ. Юғиһә хәҙер ҡайһы берәүҙәр төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапауҙы һөнәр һымаҡ ҡабул итә башланы", – тине ул.
Байтаҡ ҡына һорауҙар закондарҙың камил булмауына барып төртөлә, ҡайһы берҙәр Рәсәй ҡануниәте менән яраштырыуҙы көтә. Уларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ҡабул итергә йә үҙгәртергә кәрәк. Эшсе төркөм ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Артабан ултырыштар ай һайын үтәсәк һәм эш һөҙөмтәлерәк буласаҡ.
И. ЗАКИРОВ.


Вернуться назад