КИЛЕШЕП ЙӘШӘҮГӘ НИ ЕТӘ?!22.07.2014
Халыҡ ни тиклем әүҙем булһа, власть шул ҡәҙәр асығыраҡ, кәртәләрҙе үтеүе еңелерәк. Ҡалабыҙҙа уҙған “Глобаль донъяла Рәсәй төбәге” исемле форумда ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Башҡортостандан ғына түгел, Татарстан, Силәбе, Пермь, Дағстан тарафтарынан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан, шулай уҡ Варшаванан (Польша) йыйылған фекер алышыусылар тәү сиратта Рәсәйҙәге федерализм мәсьәләһенә ҡағылып үтте. Асыҡ власть, уның киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеше тураһында ла фекер алыштылар. Әммә төп бәхәс халыҡ, үҙидаралыҡ, граждандарҙың әүҙемлеге, урындағы власть тирәһендә булды.
Мәҫәлән, “Муниципаль власть” журналының баш мөхәррире Екатерина Жилякова белдереүенсә, кешеләр власҡа ни тиклем нығыраҡ тартылһа, үҙидаралыҡ шул тиклем көслө була. Ә бындай күренеш үҙ сиратында финанс һәм ойоштороу мәсьәләләрен халыҡ тарафынан контролдә тотоуҙы еңелләштерә. Донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты директоры урынбаҫары Евгений Гонтмахер билдәләүенсә, илдә әүҙем кешеләргә мохтажлыҡ ҙур. Нисек кенә булмаһын, халыҡ менән власть уртаҡ тел табып, килешеп эшләр, тип теләргә ҡала. Йыйында ҡатнашыусылар нәҡ ошондай фекерҙә таралышты.




Вернуться назад