Хеҙмәт хаҡы артасаҡ22.07.2014
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ил Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарына ярашлы, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә сығымдарҙы компенсациялау өсөн 20 миллиард һум күләмендә дотация бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Был аҡса Рәсәйҙең 79 төбәгенә бүленә. Иң ҙур финанс ярҙамы Мәскәү өлкәһенә (980,1 миллион һум), Краснодар крайына (804,2 миллион һум), Башҡортостан Республикаһына (703,3 миллион һум), Ростов (643 миллион һум), Силәбе (601,9 миллион һум), Свердловск (601,6 миллион һум) өлкәләренә күрһәтелә. Дотация алыусылар иҫәбенә бюджеттан тәьминәт юғары булған Төмән өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Ненец һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары инмәгән. Ҡырым Республикаһы менән Севастополь ҡалаһының ҡаҙнаһына ярҙам бюджет ассигнованиелары иҫәбенән тормошҡа ашырыла.



Вернуться назад